Асҡында «Кесе ватаным — Атайсал» 1-се муниципаль форумы

[[:Категория:|]]
<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 18 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>[[Категория:]]

20 ноября 2022 года
18 ноябрҙә Асҡында үткән « Минең кесе ватаным — Атайсал» 1-се муниципаль форумында «Тере тарих дәрестәре» майҙансығында ҡатнашып, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Фәнирә Нәбиуллина 2021 , кесе ватаныбыҙ, яҡташтарыбыҙ, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйып, Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр яҙыу, конкурстарҙа ҡатнашыу тураһында һөйләне. Майҙансыҡ спикерҙары билдәле яҡташыбыҙ Әлфис Суфиан улы Ғаязов һәм Асҡын музее директоры Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Ғаниева һәм башҡа сығыш яһаусылар бик әһәмиәтле фекерҙәр, идеялар күтәрҙеләр. Ҙур рәхмәт бөтәгеҙгә!

Форумды юғары кимәлдә ойоштороусыларға, майҙансыҡта беҙгә бөтә шарттар булдырған 2-се Асҡын урта мәктәбе коллективына ҙур рәхмәт!

Киләсәктә районыбыҙҙа ла балалар һәм оло быуын вәкилдәре араһында конкурстар ойоштороп, кесе ватаныбыҙ, яҡташтарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт туплап, гәзиттәргә, википедияға мәҡәләләр яҙып, китаптар сығарып, киләсәк быуындарға рухи мираҫ ҡалдырһаҡ ине тигән теләктә ҡалам.

Сығанаҡтар

править

Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.