Башбаштаҡлыҡ өсөн - мәжбүри карантин
- 25 февраля 2021: Һуң булһа ла уң булды: Башҡорт Википедияһы тантаналы рәүештә 15 йыллығын билдәләне
- 19 января 2021: Башҡорт википедистары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә биш конкурс һәм алты онлайн курс үткәрәсәк
- 23 декабря 2020: ФАДН тағы ла Википедияның өлөшөн мөһим тип таныны
- 25 июля 2020: Вики футбол ярата: Башҡорт Википедияһының триумфы
- 12 июля 2020: ЮНЕСКО «Янғантау»ға глобаль геопарк статусын бирҙе
- 25 февраля 2021: Һуң булһа ла уң булды: Башҡорт Википедияһы тантаналы рәүештә 15 йыллығын билдәләне
- 25 июля 2020: Вики футбол ярата: Башҡорт Википедияһының триумфы
- 15 июля 2020: Рәсәйҙәр беренсе тапҡыр Викимедианың күп теллелек буйынса конференцияһында ҡатнашты
- 12 июля 2020: ЮНЕСКО «Янғантау»ға глобаль геопарк статусын бирҙе
- 28 мая 2020: Путин хәрби парадты 2020 йылдың 24 июнендә үткәрергә бойорҙо
- 23 декабря 2020: ФАДН тағы ла Википедияның өлөшөн мөһим тип таныны
- 26 октября 2020: Metaratings.Ru сайты ирекле лицензияға күсте
- 19 апреля 2020: Башбаштаҡлыҡ өсөн - мәжбүри карантин
- 12 апреля 2020: Тәфтиш комитеты Ғ. Ҡыуатов исемендәге РКД-ны тикшерә башлаған
- 4 апреля 2020: «Башинформ» ғәйепте үҙ өҫтөнә алды
19 апреля 2020 года
Суд зарарланған Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан (РКД) ҡасҡан хеҙмәткәрҙәрҙе карантинға оҙатты.
2020 йылдың 9 апрелендә SARS-CoV-2 коронавирусы менән зарарланыу осрағы асыҡланыу арҡаһында карантин иғлан ителгән РКД хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө дауахана тәҙрәһе аша ҡаса. Уларҙың ҡасыуын күреүселәр видеоға төшөрә. Һуңынан ролик социаль селтәрҙәргә сығарыла.
Шунда уҡ уны таратыусыларҙы кемдер йәлеп итеүҙә һәм алдашыуҙа ғәйепләнеләр. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин быны тикшерергә һәм «фейк-видео» таратыусыны табырға ҡушты. Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ Тәфтиш комитетының Киров районы бүлеге, йәнәһе, дауахананн ҡасыусы хеҙмәткәрҙәр тураһындағы роликты таратыу факты буйынса «граждандарҙың именлегенә һәм ғүмеренә хәүеф менән янаған хәл-торош тураһында ялҡан мәғлүмәт таратҡан өсөн» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғытты. Тикшереү хатта уны ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип тапты һәм таратыусыларҙы эҙләй башланы.
Әммә, Башҡортостандың Юғары суды мәғлүмәтенә ярашлы, республиканың баш табибы иғлан ителгән краантинға ҡарамаҫтан медучреждениены ташлап киткән хеҙмәткәрҙәргә дәғүә белдерҙе.
![]() | Суд тәртип боҙоусыларҙы мәжбүри рәүештә медицина учреждениеһына ауырыу билдәләре булмаған осраҡта һәм медучреждение ике тапҡыр кире анализ алғанға тиклем билдәһеҙ ваҡытҡа медицина тикшереүе үтергә ябырға ҡарар итте,— тиелә БР Юғары судының мәғлүмәтендә. | ![]() |
Суд бер административ дәғүәне ҡәнәғәтләндереүҙән баш тарта.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында пациенттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең COVID-19 менән зарарланыуы буйынса хәл-торошто республика прокуратураһы тикшерә. Тикшереү барышы Рәсәй Федерацияһы генераль прокуратураһы контролендә тотола.
Предыдущие новости: |
СығанаҡтарПравить
- ИА "Башинформ" «Следователи ищут распространителя фейк-видео из уфимской РКБ имени Куватова». ИА "Башинформ", 7 апреля 2020 года года. (архив)
- ИА "Башинформ" «Возбуждено уголовное дело по факту распространения ролика о сбегающих сотрудниках РКБ». ИА "Башинформ", 13 апреля 2020 года года. (архив)
- Сайт Генпрокуратуры РФ «Генеральная прокуратура Российской Федерации взяла на контроль ход проверки в связи с информацией о массовом заражении коронавирусной инфекцией в г. Уфе». Сайт Генпрокуратуры РФ, 13 апреля 2020 года года. (архив)
- Сайт Верховного Суда РБ «Судом рассмотрено 7 административных исковых заявлений о помещении граждан под медицинское наблюдение в недобровольном порядке». Сайт ВС РБ, 17 апреля 2020 года года. (архив)