Башҡортостанда күп тапҡыр ҡулланып булған битлектәр тегә башланылар
29 марта 2020 года
SARS-CoV-2 коронавирусы таралыу хәүефенә һәм медицина битектәре етешмәүгә бәйле Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары күп тапҡыр ҡулланып була торған битлектәр тегә башланы. Был продукцияны етештереүселәр һаны 35-кә етте, улар араһында «Ағиҙел», «Трикотажница» фабрикалары, «Салауат», «Алькаир» ательелары, «Ишембай трикотаж изделиелары фабрикаһы», «Медик-арт» бар.
Етештереүселәр белдереүенсә, был битлектәрҙе йыуырға, ҡайнатырға, үтекләргә һәм дезинфекцияларға мөмкин, әммә бер тапҡыр ҡуллана торғандары кеүек үк, уларҙы ике-өс сәғәттән артыҡ ҡулланырға ярамай.
Ләкин ВикиЯңылыҡтарҙың бындай битлектәрҙең тикшереү һәм сертификация үтеүе тураһында мәғлүмәте юҡ, етештереүселәрҙең уларҙы SARS-CoV-2 коронавирусынан һаҡланыу өсөн күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин тиеүе ысынбарлыҡҡа тап килә. Һр хәлдә, һаҡланыу өсөн рәсми рәүештә сертификацияланған тауарҙарҙы һәм инстркуцияны ҡәтғи үтәп ҡулланырға кәрәк.
Башҡортостан етештереүселәренең күп тапҡыр ҡулланыу мөмөикнлеге булған ьитлектәренә заказдар эре сәнәғәт предприятиеларынан, шифаханаларҙан, сауҙа үҙәктәренән, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенән, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан һәм илдең башҡа төбәктәренән килә. Бер изделиеның хаҡы — 30 һум.
Бөгөн еңел сәнәғәт предприятиелары тәүлегенә 43 мең битлек сығара.
Шул уҡ ваҡытта республикаға бер нисә мең күләмендә сит ил етештереүсеһе сығарған битлектәр ҙә килә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә «Дельрус» компанияһынан 418 мең битлек килһә, 30 мартта Төркиәнән 700 мең битлек килеүе көтөлә.
Республикала шулай уҡ үҙенең дезинфекция сараһы булған «Медицина водород перекисе«Н етештереүсе бар. Ул тәүлегенә 3,6, 30-40 процент концентрацияла 10 тоннанан ашыу сығарыла.
Бөгөн Башҡортостанда COVID-19 диагнозы 4 кешелә раҫланған, шул иҫәптән бәлиғ булмаған бер балала. вирус йөрөтөүселәр һаны 63-тән 73-кә арҡан, шул иҫәптән балалар — 6-нан −10-ға еткән.
Сығанаҡтар
править- «В Башкирии трикотажная фабрика наладила пошив многоразовых защитных масок». Башинформ МА, 25 март 2020.
- «С сегодняшнего дня в сеть аптек «Башфармация» поступят 418 тысяч масок». ИА Башинформ, 26 марта 2020 года.
- Сергей Николаев «Суточное производство защитных масок в Башкирии достигло 43 тысяч». ИА Башинформ, 27 марта 2020 года.