Башҡортостанда — «Мәжитов уҡыуҙары»

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский
[[:Категория:|]]
<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 18 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>[[Категория:]]

17 апреля 2023 года

15 апрелдә Н.А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһында арҙаҡлы академик Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сираттағы ғилми-ғәмәли конференция - "Мәжитов уҡыуҙары" үтте.

Мәртәбәле сарала, жюри ағзалары булараҡ, Өфөнән Н.А.Мәжитовтың ҡыҙы, тарих фәндәре кандидаты Әлфиә Солтанова, филология фәндәре кандидаттары Ниязбай Сәлимов, Зөләйха Хәбибуллина һ. б. ҡатнашты.

Башҡортостандың байтаҡ төбәктәренән килгән уҡыусылар - йәш мәжитовсылар - төплө фәнни эштәре менән беҙҙе бик ҡыуандырҙы. Тимәк, Нияз Абдулхаҡ улының юлын дауам итеүселәр бар!

Ҡатнашыусылар түбәндәге йүнәлештәге ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте:

  1. Нияз Мәжитов - халыҡ тарихы серҙәрен асыусы ғалим.
  2. Кесе Ватан тарихында шәхестең роле.
  3. Шәхестең формалашыуында остаздың роле.
  4. Урал батырҙың васыятына тоғролар!

Конференцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары, эксперт комиссияһының махсус бүләктәре менән бүләкләнде.

Сығанаҡтар править

  • «[ ]».

Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.