Башҡортостандың Белорет районына юл ябылды

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

5 апреля 2020 года

Белорет ҡалаһына инер алдынан

SARS-CoV-2 вирусы инфекцияһының таралыуын кәметеү өсөн Белорет районы — Башҡортостандың иң популяр туристик территорияһының береһе — башлығы Андрей Иванюта 2020 йылдың 2 апрелендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы һәм Учалы районы яғынан районға инеү юлдарын япһа, 4 апрелдә Өфө һәм Ломовка ҡасабаһы яғынан да инеү тыйылды.

Ошо көндәрҙә райондың Инйәр станцияһында «Мәскәү-Белорет» поезынан Башҡортостандан вахта менән эшләп ҡайтып килгән һәм үҙен насар тойоуы тураһында белдергән 26 йәшлек егет дауаханаға оҙатылғайны. Үҙе белдереүенсә, ул һуңынан СОVID-19 менән сирләгән кеше менән аралашҡан. Вагонда барлығы 48 пассажир булған. Бөгөн уның коронавирусҡа анализы кире булыуы билдәле.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын үткәргән брифинг мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә коронавирус менән сирләүселәр һаны икенсе тәүлек үҙгәрешһеҙ ҡала — 10 кеше, уларҙың 3-һө дауаланып сыҡҡан. Шик аҫтында булыусылар һаны ла 102-нән, шул иҫәптән 12 бала, 85-кә ҡалған.

Сығанаҡтар

править
Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».


Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.