Дербентта Дағстан халыҡтарының беренсе вики-семинары үтте
8 сентября 2017 года
category = Баҫтырылған category = Википедия notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 18 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>
1 — 3 сентябрҙа Дербентта, Рәсәй телдәрендәге Википедияларҙы популлярлаштырыу һәм Дағстан телдәрендә Википедя проекттарын үҫтереү юлдарын эҙләү мәсьәләләренә арналған беренсе вики-семинар булып үтте.
Семинарҙы НП «Викимедиа РУ» партнёрлығы һәм «Дербент» Фонды, при поддержке Федераль лезгин милли-мәҙәни автономияһы (ФЛНКА) ярҙамы менән ойошторҙо. Семинар мәғлүмәти бағыусы «Дербент» мәғлүмәт агентлығы (РИА «Дербент») матбуғат үҙәгендә үтте.
Семинарҙа 20-нән артыҡ ҡатнашыусы булды. Улар араһында «Викимедиа РУ» етксеһе Владимир Медейко, «Дербент» Фонды директоры урынбаҫары Амил Саркаров, Лезгин Википедияһы администраторы Олег Абарников, Рус Википедиһы администраторы Дмитрий Жуков, Башҡорт Википедияһы администраторыЗөфәр Сәлихов, Эрзя Википедииңяһы администраторы Андрей Петров, «Викимедиа РУ» ағзаһы Ришат Сәйфутдинов, урындағы интеллигенция вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, филологтар һәм шағирҙар ҡатнашты.
Сығыш алдынан «вики-өлөсәйҙәр» ебәргән видео-сәләм күрһәтелде. Улар семинарҙа ҡатнашыусыларға емешле эшләргә һәм Дағстан телдәрендәге проекттарға яңы ҡатнашыусылар килеүен теләне. Артабан Башҡортостан викимедиасылары тәжрибәһе тураһында Зөфәр Сәлихов сығыш яһаны.
Күп милләтле Дағстан халыҡтарының мәҙәниәте, бай халыҡ ижады һәм тарихы тулыһынса өйрәнелмәгән. Дағстан телдәрендәге Википедия проекттары был бушлыҡты тултырырға булышлыҡ итер ине. |
Андрей Петров «Эрзя телендә яҙыусылар юзер-төркөмө» тураһында һөйләне. Ул үҙенең сығышында:
Беҙ Дағстан телдәрендә ирекле белемде таратыусыурындағы халыҡ вәкилдәренән торған йондоҙсоҡтар ҡабыҙырға килдек. Рәсәй күп милләтле, һәм беҙ һанлы мәғлүмәт осоронда туғандарыбыҙға ярҙамға килергә әҙербеҙ. Рәсәй телдәрендә тағы ла бер юзер-төркөм барлыҡҡа килер тип ышанам, һәм был Дағстан викимедиасылары төркөмө булыуын теләр инем, |
Хәҙерге ваҡытта Дағстандың авар, лак һәм лезгин телдәрендә Википедия эшләп килә. Иң үҫешкәне Лезгин Википедияһы, был телдә 2847 мәҡәлә яҙылған. Авар телендә — 2311 мәҡәлә. Лак телендә 1211 мәҡәлә, был бүлек бер нисә йыл инде яңыртылмай.
Урындағы йәмәғәтселектең Википедия активистары менән берлектә эшләргә теләүен күреп һөйөндөм. 2017 йылдың аҙағына тиклем мәктәп дирекцияһы менән бәйләнеш булдырырға һәм төпкөлдәге ауыл мәктәбендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән семинар үткәрәсәкмен. Әгәр, пландарым тормошҡа ашһа, мәктәп уҡыусылары уҡытыусылар менән берләктә википедияға мәҡәләләр яҙасаҡ. Был тәжрибә илдең башҡа төбәктәренә лә таратыласаҡ. Мин бында төрлө халыҡ вәкилдәре менән аралашҡас, Рәсәй телдәрендә яҙыусы яңы ҡатнашыусылар һәм яңы мәҡәләләр булыр тигән өмөт бар, |
Ҡатнашыусылар әҙ булыуға ҡарамаҫтан семинар бик емешле эшләне. Минең уйлауымса, семинар
википедия нисек урындағы халыҡҡа ярҙам итә ала тигән һорауға яуап бирҙе. Был семинарға килеүсе рус, башҡорт,эрзя, дезгин википедиялары вәкилдәренә рәхмәтемде белдерәм. Был семинар Дағстан халыҡтары өсөн телдең абруйын һәм ҡулланыу мөмкинлектәрен күтәрә торған ҙур ваҡиға булды. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына Дағстан телдәрендә яҙыусылар өсөн юзер-төркөм ойоштололор тип ышанам. Бының өсөн күп эшләргә, яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә кәрәк буласаҡ. Беренсе сиратта милли интеллигенция вәкилдәре, мәктәп директорҙары, туған тел уҡытыусылары менән тығыҙ эшләйәсәкбеҙ, |
3 сентябрҙа Дербент ҡалаһына Вики-экскурсия булды. Википедистар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән Дербент стенаһын һәм Нарын-ҡала нығытмаһын ҡараны.
hылтанмалар
правитьСығанаҡтар
править- Дербентта беренсе Вики-семинар эшләй башланы(рус.)
- 29.09.2017 Зөфәр Сәлихов. Вики-проекттар беҙҙе дуҫлаштырҙы (Архивная копия от 25 октября 2017 на Wayback Machine)(Проверено 29 сентября 2017).
Комментарии
Если вы хотите сообщить о проблеме в статье (например, фактическая ошибка и т. д.), пожалуйста, используйте обычную страницу обсуждения.
Комментарии на этой странице могут не соответствовать политике нейтральной точки зрения, однако, пожалуйста, придерживайтесь темы и попытайтесь избежать брани, оскорбительных или подстрекательных комментариев. Попробуйте написать такие комментарии, которые заставят задуматься, будут проницательными или спорными. Цивилизованная дискуссия и вежливый спор делают страницу комментариев дружелюбным местом. Пожалуйста, подумайте об этом.
Несколько советов по оформлению реплик:
- Новые темы начинайте, пожалуйста, снизу.
- Используйте символ звёздочки «*» в начале строки для начала новой темы. Далее пишите свой текст.
- Для ответа в начале строки укажите на одну звёздочку больше, чем в предыдущей реплике.
- Пожалуйста, подписывайте все свои сообщения, используя четыре тильды (~~~~). При предварительном просмотре и сохранении они будут автоматически заменены на ваше имя и дату.
Обращаем ваше внимание, что комментарии не предназначены для размещения ссылок на внешние ресурсы не по теме статьи, которые могут быть удалены или скрыты любым участником. Тем не менее, на странице комментариев вы можете сообщить о статьях в СМИ, которые ссылаются на эту заметку, а также о её обсуждении на сторонних ресурсах.