Николай Кисёлев исемендәге скверҙа сәскә һалдылар
23 июня 2020 года
Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, дүшәмбе, 2020 йылдың 22 июнендә Мәскәү уртаһында Яңы Арбатта Николай Киселев исемендәге скверҙағы иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.
-
Арбат районы йәмәғәтселеге
-
Иҫтәлекле таш сәскәләргә күмелде
Николай Яковлевич Киселёв — совет политругы, һуңынан Белоруссияла «Мститель» («Дядя Вася») отряды партизаны, 1942 йылдың авгусынан 1942 йылдың октябренә тиклем фронт һыҙығы аръяғына Долгиново ауылының 218 йәһүд ғаиләһен сығарыусы Донъя халыҡтары тәҡүәсеһе.
Һуғыштан һуң Николай Киселев Мәскәүҙә, Арбат районында йәшәй. 2014 йылдың 9 майында Мәскәүҙең Яңы Арбат урамында урынлашҡан, быға тиклем атамаһыҙ булған скверына Киселев исеме бирелә, ә сквер башланған урында — 7-се йорт эргәһендә — партизандар командиры иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ һалына.
Ошо көндән һуң, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, йыл һайын ветерандар һәм йәмғәт активистары район хакимиәте вәкилдәре менән бергә Николай Киселев хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һала.
2020 йылда сәскә һалыу тантанаһында Викияңылыҡтар хәбәрсеһе һәм йәмәғәт активисф Дмитрий Ерохин да ҡатнашты, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уҡ Киселев Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеүе, әммә документтар булған самолёт бәреп төшөрөлөүе арҡаһында награда алмай ҡалыуы тураһында һөйләне. Ерохин йәмәғәт акцияһы ойошторорға — Рәсәй президенты Владимир Путинға Николай Киселевҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү тураһында юллама менән мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. Дмитрий бындай тәжрибәнең булыуы хаҡында аңлатты һәм миҫал итеп 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, 1943 йылда һәләк булған совет хәрбийе Миңлеғәле Шайморатовҡа 2020 йылдың 30 мартында үлгәндән һуң «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙарына менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелеүен килтерҙе.
-
Дмитрий Ерохин Арбат районы хакимиәте хеҙмәткәре Инна Зарубина менән
Сығанаҡтар
правитьЭта статья создана в рамках проекта «Стань частным корреспондентом!» |
Комментарии
Если вы хотите сообщить о проблеме в статье (например, фактическая ошибка и т. д.), пожалуйста, используйте обычную страницу обсуждения.
Комментарии на этой странице могут не соответствовать политике нейтральной точки зрения, однако, пожалуйста, придерживайтесь темы и попытайтесь избежать брани, оскорбительных или подстрекательных комментариев. Попробуйте написать такие комментарии, которые заставят задуматься, будут проницательными или спорными. Цивилизованная дискуссия и вежливый спор делают страницу комментариев дружелюбным местом. Пожалуйста, подумайте об этом.
Несколько советов по оформлению реплик:
- Новые темы начинайте, пожалуйста, снизу.
- Используйте символ звёздочки «*» в начале строки для начала новой темы. Далее пишите свой текст.
- Для ответа в начале строки укажите на одну звёздочку больше, чем в предыдущей реплике.
- Пожалуйста, подписывайте все свои сообщения, используя четыре тильды (~~~~). При предварительном просмотре и сохранении они будут автоматически заменены на ваше имя и дату.
Обращаем ваше внимание, что комментарии не предназначены для размещения ссылок на внешние ресурсы не по теме статьи, которые могут быть удалены или скрыты любым участником. Тем не менее, на странице комментариев вы можете сообщить о статьях в СМИ, которые ссылаются на эту заметку, а также о её обсуждении на сторонних ресурсах.