Нобель лауреаты: SARS-CoV-2 коронавирусы лабораториянан сыҡҡан

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

22 апреля 2020 года

<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = SARS-CoV-2 notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Фән notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Ҡытай notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

Люк Антуан Монтанье (фр. Luc Antoine Montagnier — француз вирусологы, Почетлы легион ордены кавалеры, 2008 йылда физиология һәм медицина өлкәһе буйынса Нобель премияһы лауреаты.

Физиология һәм медицина өлкәһе буйынса Нобель премияһы лауреаты Люк Монтанье, SARS-CoV-2 коронавирусы СПИД вирусына ҡаршы вакцина эшләргә тырышыу һөҙөмтәһендә лабораторияла барлыҡҡа килгән, тип белдереп, яңы бәхәс тыуҙырҙы.

CNews француз мәғлүмәт каналына интервьюһында заманында кешенең иммунодефицит вирусын (ВИЧ) асҡан профессор Монтанье, коронавирус геномында шмкле ВИЧ, хатта «малярия яралғыһы» элементтары булыуы тураһында белдерә.

«Унадең ҡала лабораторияһы 2000 йылдар башынан алып ошо коронавирустарҙа махсуслаша. Уларҙың был өлкәлә тәжрибәһе бар», — ти профессор.

SARS-CoV-2 вирусының лабораторияла барлыҡҡа килеүе тураһындағы теорияның күптән йөрөүен дә билдәләргә кәрәк.

Үткән аҙнала АҠШ президенты Дональд Трамп яңы коронавирустың Ҡытайҙың Уханьь вирусология институтында эшләүсе стажер тарафынан осраҡлы ғына табылыу ихтималлығы тураһындағы хәбәрҙе раҫланы.

Аталмаған сығанаҡтарға нигеҙләнгән эксклюзив отчетта, вирус биологик ҡорал түгел, ярғанаттар араһындағы тәбиғи штамм булһа ла, уның Ухань лабораторияһында тикшерелеүе раҫлана.

Cnews яңылыҡтар каналы тапшырыуында вирустың иң тәүҙә «ярғанаттан» лаборатория хеҙмәткәренә — тап ошо сирҙе осраҡлы ғына лабораториянан ситтә Ухань ҡалаһының ябай халҡына таратыусы «нуленсе пациент» ҡа күсеүе тураһында белдерелә.

Профессор Монтанье Франсуаза Барре-Синусси менән берлектә 1983 йылда кешелә ВИЧ-инфекция тыуҙырыусы ВИЧ ретровирусын аса. Үҙенең коллегалары Харальд цур Хаузен һәм Барре-Синусси менән профессор Монтанье 2008 йылда СПИД вирусын идетификациялаған өсөн медицина өлкәһе буйынса Нобель премияһына лайыҡ була.

Профессорҙың коронавирустың килеп сығышы тураһындағы яңы белдереүе ғалимдар, шул иҫәптән коллегалары тарафынан да тәнҡиткә дусар була.

Сығанаҡтар

править


Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».