Путин хәрби парадты 2020 йылдың 24 июнендә үткәрергә бойорҙо

Geographylogo.png Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

28 май 2020 года

1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл Майҙанда Еңеү парады

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөйөк ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә хәрби парадты 2020 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткәрергә бойороҡ бирҙе. 75 йыл элек был көндә тарихи Еңеү Парады үтә.

Ил башлығы һәм юғары башкомандующий бындай бойороҡто РФ оборона министры Сергей Шойгу менән кәңәшмә ваҡытында бирә:

«Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә ойоштороласаҡ хәрби парадҡа әҙәрлек башларға бойорам. Беҙ уны 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады үткән, Ҡыҙыл майҙандан Мәскәү эргәһендә, Ленинградты һаҡлап, Сталинград өсөн алышҡан, Европаны азат иткән, Берлинды штурм менән алған яугирҙар үткән көндә ойошторасаҡбыҙ.»

2020 йылдың 9 майында Еңеү көнөндә COVID-19 пандемияһы арҡаһында парад булманы. Рәсәй президенты белдереүенсә, Рәсәйҙә эпидемияның юғары нөктәһе үтелгән.

Путин шулай уҡ «Үлемһеҙ полк» маршын 2030 йылдың 26 июлендә, Хәрби-Диңгеҙ флоты көнөндә традицион хәрби-диңгеҙ парадынан һуң үткәрергә тәҡдим итте.

 
 

Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.