Сибай баҙарында коронавирус сирле ит һатҡан

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

30 марта 2020 года

Сибай майҙаны

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаулау министрлығының COVID-19 пандемияһына бәйле көн һайын сәғәт 2-лә үткән брифингында һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Сибай баҙарында Силәбе өлкәһе кешеһе — SARS-CoV-2 коронавирусын йөрөтөүсе ит һатҡанын хәбәр итте һәм барлыҡ һатып алыусыларҙы өйҙә ҡалыуҙарын, үҙҙәре тураһында мәғлүмәтте хәбәр итеүҙәрен һораны.

Власть органдарының коронавирустың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында иҫкәртеүе һәм ҡәтғи саралар күреүенә ҡарамаҫтан, халыҡ һаман да, вирус миңә ҡағылмай, тип уйлай. Һөҙөмтәлә 2020 йылдың 29 мартына ҡарата Башҡортостанда коронавирус шиге менән стационарҙарҙа 97 кеше, шул иҫәптән 16 бәлиғ булмаған бала ята.

Стаитстика үҙгәреп тора: кемдең диагнозы раҫланмай, улар өйҙәренә ҡайтарыла, әммә көн һайын яңылар килә. Башҡортостан буйынса COVID-19 менән сирләүселәр һаны 5 кешегә етте, шул иҫәптә бер бала ла бар.

Эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә республиканың өс предприятиеһы: «Искож» акционерҙар йәмғиәте, «Магеллан» компанияһы һәм «MadyArt» туҡылмаған полипропилен материалдан махсус һаҡлаусы комбинезондар тегә башланы. 250 даналыҡ партия әҙер. 0 комбинезон Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына бирелгән, «Башавтотарнс» дәүләт унитар предприятиеһын һәм "Халыҡ-ара «Өфө» аэропорты«Н тәьмин итең планлаштырыла.

Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында маршрутҡа сығыусы йәмәғәт транспорты, туҡталҡалар, ер аҫты һәм ер өҫтө йәйәүлеләр үткәүелдәре, башҡа йәмәғәт урындары даими дезинфекциялана.

Сығанаҡтар править

Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».