Ирәмәлгә сәйәхәт: әкиәти хәҡиҡәт: различия между версиями

[досмотренная версия][досмотренная версия]
Содержимое удалено Содержимое добавлено
Нет описания правки
Нет описания правки
Строка 8:
 
[[Файл:Иремель. Мраморная гора.jpg|thumb|center|550px|<center>[[Ирәмәл]]</center>]]
{{Заголовок 2|Ниәт әйт}}
 
{|
«Сирләп дауаханаға эләктем. Дауаланыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй — алҡа китеш юҡ. Палатала бергә ятҡан ҡарт миңә Ирәмәл тураһында һөйләне. Беҙҙә ундай изге урындар булмағанлыҡтан, эстән генә: „Әкиәтеңде һөйләмә, ниндәйҙер таш кемделер дауалһын, имеш…“ — тип уйланым… һәм һуңынан был һөйләшеүҙе бөтөнләй оноттом. Күптән түгел миндә яман шеш булыуына шик белдерҙеләр. Шул ваҡыт ҡапыл теге ҡарттың һөйләгәндәре хәтеремә килде, Интернетҡа инеп, Ирәмәл, ниндәй тау, ниндәй үҙенсәлеге булыуы хаҡында мәғлүмәттәр эҙләй башланым. Юлға оҙпҡ йыйындым, ҡурҡытты ла, ни тиһәң дә 3000 километр самаһы. Златоустҡа тиклем поезд менән килдем, артабан Төлөккәсә автостоп ысулын һайланым һәм шул көндө үк Төлөккә килеп еттем. Аллаһы Тәғәлә юлыма изге күңелле, яҡшы юлдаштар сығарып торҙо, улар хатта тауҙың итәгенә тиклем килтерҙе».
|{{начало цитаты}}

{{конец цитаты}}|}
 
Әңгәмәсем һөйләй, ә мин уйҙарым менән бер нисә көн элек үткән ваҡиғаларҙы тағатам. Алдымда һайлау тора: байрамға барырғамы, әллә тауға юлланырғамы. Шул ваҡыт дуҫтарымдан ярҙам килде: «ниәт белдер» — тигән ике генә һүҙ ине ул. Көндәлек ығы-зығыла, ысынлап та, ниндәйҙер мәлдә ниәт белдереү тигән шәп ысул хаҡында онотоп ебәргәнмен икән бит! Ниәт белдергәс, барыһы ла шунда уҡ урынына ултырҙы: асылыма, ысын йортома — тәбиғәткә, тамырҙарыма ҡайтам!!!
 
Лагерь урынлашасаҡ аҡланға бер ни тиклем һуңлап килеп еттек. Уйламаған ҡаршылыҡтар тотҡарланырға мәжбүр итте, әммә команданан бер кем дә зарланыу белдермәне: тәжрибәлеләр барлыҡ һынауҙарға өйрәнгән һәм һәр ҡаршылыҡты рәхмәтле булып ҡабул итә, ә беренсе тапҡыр килеүселәр еңелсә шоктан арынмаған әле: эҫе ҡояш аҫтында алыҫ юлды үтеү ҙә үҙенкен итә. Ә инде трассанан боролоп, асфальт юл бөткәс, урман юлынан күтәрелгән саң хатта кире уйҙарҙы ситкә алып китә, ә соҡор-саҡыр һелкетә-һелкетә уларҙы баштан берәм-берәм ҡойоп ҡалдыра…
…Тәбиғәттә ғәҙәттәгесә, был төндә йоҡо алманы. Шулай ҙа йоҡо тоғо эсенлдә күҙҙәрҙе йомоп, тәбиғәттең нисек тын алыуын тыңлап ятыу үҙе бер рәхәтлек бирә һәм көс өҫтәй. Ҡояштың беренсе нурҙары күренер-күренмәҫтән лагерҙа ҡыштырлау башланды: палатканан башты тығып ҡарамайынса ла уның кем икәнен белрергә мөмкин — беҙҙең алмаштырғыһыҙ ашнаҡсы, ул бешергән бутҡаның һәм йәшелсә ашының тәме бер ваҡытта ла тел осонан китмәгән Әлфиә апай иртәнге аш әҙерләй.
 
Яйлап лагерға йән инде, ә бер аҙҙан инде ул умарта күселәй гөжләй ине, кемдер хәбәр һата, кемдер эш менән булаша, әммә һәр ерҙә шат көлөү тауыштары яңғырай. Хатта бер яҡ ситтә тыныс ҡына йоҡлап ятҡан таныш булмаған ир-егетте лә «өңөнән» һөйрәп сығарып, иртәнге ашҡа саҡрҙылар. Шулай итеп ул беҙҙең төркөмдөң тулы хоҡуҡлы хужаһына әүерелде.
Ете кеше тау итәгенә («Ирәмәл» тәбиғә паркының территорияһы сигенә тиклем) машинала китте. Бынан бер нисә йыл элек кенә Төлөктә (элек был ерҙәр башҡорттарҙыҡы булған. Төлөк — теләк тигәндән алынған. Тимәк, тау башында ғына түгел, уға артылғанда ла теләк теләргә кәрәк һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ!) туристарҙы тау итәгенә тиклем алып барып һәм кире алып ҡайып хеҙмәтләндергән төркөм эшләүе төшкә лә инмәҫ ине. Баҙар мөнәсәбәттәре. Шулай уҡ водителдәрҙең яҙылмаған теләктәшлеге бар — илдең төрлө төбәгенән туристарҙы алып килгән водителдәр транспорттары менән билдәле территориянан ары үтмәй. Һөҙөмтәлә һарыҡтар ҙа иҫән, бүреләр ҙә туҡ.
 
Төп төркөм өсөн тауға менеү лагерҙан башланды. Әммә һәр километр һайын карауан һуҙыла башланы. Тикшереү пунктында күптәр тағы ла нисә километр ҡалыуы хаҡында һораша ине инде. «Уңға китһәгеҙ — аты километр, һулға китһәгеҙ — ете», — тип яуап бирә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре… Шунда уҡ күҙ алдына ғалим-бесәй килеп баҫа: уңға китһә — йыр һуҙа, һулға китһә — әкиәт һөйләй… Ғәмәлдә тикшереү пункты уҡ әкиәткә көйләй — һәр ерҙә ағастан эшләнгән әкиәт геройҙары, тауыҡ тәпәйле йорт, ә ғалим-бесәй урынына бәйҙә торған эт. Хәйер…