Һуң булһа ла уң булды: Башҡорт Википедияһы тантаналы рәүештә 15 йыллығын билдәләне: различия между версиями

Содержимое удалено Содержимое добавлено
← Новая: {{Рецензировать}} {{дата|24 февраля 2021}} {{тема|Республика Башкортостан|Башкирская Википедия|Викимед...
(нет различий)

Версия от 11:41, 25 февраля 2021

24 февраля 2021 года

В этой статье упоминается Фонд Викимедиа, какой-либо из его проектов или люди, имеющие к ним отношение. Викиновости — один из проектов Фонда Викимедиа.

2021 йылдың 20 февралендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡорт Виикпедияһының иң әүҙем мөхәррирҙәре һәм уларға даими мәғлүмәт ярҙамы күрһәткән журналистар йыйылды. Википедияның башҡортса бүлегенең 15 йыллығына арналған башҡорт википедистары форумын Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә тап килтереп, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторҙо. Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип 2005 йылдың 16 апреле, IP 61.248.143.2 аноним автор тарафынан беренсе «Башҡортостан» мәҡәләһе яҙылған көн һанала. Донъяла пандемия таралыуы ирекмәндәргә был ваҡиғаны былтыр апрелдә билдәләү мөмкинлеген бирмәне, сара бер нисә тапҡыр кисектерелде. Шулай ҙа, һуң булһа ла, уң булды.


Сараның рәсми өлөшөн асып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов: «Был кешеләр альтруизм менән ҙур эш башҡара. Уларға күп йылдар тейешле иғтибар бирелмәне. Минеңсә, улар дәүләт һәм йәмәғәт нагардаларына лайыҡ. Ысынлап та, был ирекмәндәрҙең өлөшө бик ҙур. Улар бөртөкләп йыйып интернетта башҡорт контентын булдыра. Ә интернетҡа эләккән нәмә юғалмай, унда мәңгелеккә ҡала. Улар бөгөн яҙған мәҡәләләрҙе киләһе быуындар күп йылдарҙан һуң да уҡыясаҡ. Ирекмәндәр донъя селтәрендә башҡорт теленең цифрлы нигеҙен булдыра. Беҙ уларға был эштәрендә, шул иҫәптән грант проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ».

Артабан Азат Шамил улы Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау ҡағыҙҙарын Нуретдинов Ансар Әнүәр улына һәм Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙына, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәтен Сәлихов Зөфәр Ғәбделәхәт улына һәм Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙына, Абдрахманова Ләйсән Булат ҡыҙына һәм Атамбаев Раян Ғафар улына тапшырҙы.

Бүләкләү тантанаһын Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова дауам итте: «Башҡорттарҙа бәхетленең ҡунағы бергә тиҙәр. Иртәгә беҙ Халыҡ-ара туған теолдәр көнөн билдәләйбеҙ, ошоноң менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Туған телде интернет селтәрендә үҫтереү - башҡорт вики-йәмғиәте алып барған мөһим йүнәлештәрҙең береһе, сөнки бөгөн яңы быуын яңы белемде тап интернет селтәренән ала. Әйткәндәй, тап ошо быуынды вики-хәрәкәткә ылыҡтырырға кәрәк һәм беҙ ошо йүнәлештә эш башлайбыҙ. Беҙгә вики-өләсәйҙәр генә түгел, вики-балалар ҙа, вики-үҫмерҙәр ҙә кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп башҡорт донъяһын популярлаштырайыҡ һәм ватандаштарыбыҙҙың донъяға ҡарашын киңәйтәйек».

Эльвира Ринат ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) «Ал да сәс нур халҡыңа» миҙалы менән Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙын, Вәлиева-Яубаҫарова Миңлебанат Хәсән ҡыҙын, Йосопова Миңлехаят Миңлесәғит ҡыҙын, Сөләймәнова Гөлшат Әхмәт ҡыҙын һәм Ҡыуандыҡова Таңһылыу Зәки ҡыҙын бүләкләне.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров ведомство наградаларын хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҫеп килеүсе быуынды үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиәләгән уҡытыусы вики-ирекмәндәргә тапшырҙы. Интернет селтәрендә, атап әйткәндә Википедияла, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә баһаһыҙ ҙур өлөш индергәндәре өсөн Әхмәтйәнова Миләүшә Арыҫланбәк ҡыҙы - маҡтау ҡағыҙы, Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы, Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы һәм Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторолған көнөнән алып башҡорт Википедияһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, уның проекттарын һәм сараларын тормошҡа ашырырға төрлө яҡлап ярҙам итә. Фонд етәксеһе Гөлназ Йосопова БашВикиҙың иң йәш ҡатнашыусыһы - Сәлихов Айҙар Зөфәр улына ойошманың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Википедияның башҡорт телен үҫтереүгә һәм пропагандалауға һиҙелерлек өлөш индергән башҡа тел бүлектәре һәм проекттары ирекмәндәре: «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған аптнерлығы директоры Медейко Владимир Владимирович, Башҡорт Википедияһының техник хакимы Каганер Павел Львович, Лезгин Википедияһы хакимы Абарников Олег Игоревич, Рус ВикиЯңылыҡтары хакимы Красоткин Александр Николаевич, татар Википедияһы хакимы Фәтҡуллин Фәрхәд Наил улы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Шулай уҡ Википермия-2020 наградалары үҙенең хужаларын тапты: Владимир Медейко 2019 йылда 1334 мәҡәлә яҙған һәм Бөрйән районында Викимедиа хәрәкәтен әүҙем популярлаштырған Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙына махсус номинацияла вики-премия һәм «Ирекле белем» премияһын Башҡортостан Республикаһында Викимедиа хәрәкәтенә оҙаҡ йылдар мәғлүмәт йәһәтенән ярҙам итеп тороусы Шакиров Алик Фәйез улына һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына тапшырҙы. Гәзит, радио һәм телепрограммалар редакциялары Владимир Владимирович ҡулынан «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡтың Рәхмәт хаттарын алды.

Форумдың икенсе өлөшөндә Башҡорт Википедияһы хакимы Раян Атамбаев яңы - 2021 йылдың 21 февраленән башланып 2021 йылдың 11 октябренә - Республика көнөн тиклем дауам итәсәк «Башҡорттар» конкурс-марафонының исем туйын үткәрҙе. Уның еңеүселәр исемлеге 2021 йылдың 14 декабрендә - Башҡорт теле көнөндә иғлан ителәсәк. Конкурстың ойоштороусылары - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән «Башҡортостан Викимедиасылары» рәсми булмаған йәмғиәте. Башҡорт Википедияһының үҫеш перспективаларына арналған түңәрәк ҡорҙа активистар көнүҙәк мәсьәләлр буйынса фекер алышты, киләсәккә пландар билдәләне.

Быйыл башҡорт теле бүлеге вики-ирекмәндәренә Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды аша Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән субсидиялар рәүешендә бирелгән Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш башҡарырға: биш тематик конкурс үткәрергә һәм яңы башлаусы википедистарҙың алты төркөмөн уҡытырға кәрәк. Мәҡәләләр яҙыу буйынса беренсе «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» конкурсы һәм онлайн ВикиМәктәптә Википедия серҙәренә өйрәтеүҙең беренсе курсы 2021 йылдың 1 мартында башлана.


Источники


 
Эта статья создана группой авторов специально для Русских Викиновостей и содержит ранее не публиковавшиеся материалы или исследования, источником которых являются сами авторы. Вы можете свободно без согласования и выплаты вознаграждения копировать, распространять и изменять эту статью в любых целях, включая коммерческие, однако вы обязаны указать автора, источник и лицензию. Например, так: Викиновости (авторы); CC BY 2.5. Вы также должны обозначить изменения, если таковые были сделаны. Лицензии изображений уточняйте на их страницах на Викискладе.

Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.





Сығанаҡтар

  • «[ ]».

Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.