ЮНЕСКО «Янғантау»ға глобаль геопарк статусын бирҙе

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

12 июль 2020

«Янғантау» геопаркына ингән урындағы стела
ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәре логотибы

2020 йылдың 7 июлендә ЮНЕСКО-ның Башҡарма комитеты коронавирус пандемияһына бәйле Париржда онлайн рәүештә үткән ассамблеяһында яңы 15 глобаль геопаркты раҫланы. Һөҙөмтәлә Глобаль геопарктар селтәрендә (англ. Global Geoparks Network) ҡатнашыусылар һаны 44 илдән 161-гә етте. ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктары беренсе тапҡыр Никарагуа, Рәсәй һәм Сербия территорияһында раҫланды. Рәсәйҙән беренсе ҡатнашыусы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы.


Салауат районында геопарк төҙөү ҡарары 2017 йылдың июнендә Өфөлә үткән Халыҡ-ара экологик форумда ҡабул ителә. Проект шул уҡ йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла башлай. 2018 йылдың июлендә республикаға халыҡ-ара эксперттар килә һәм геологик парктың территорияһын баһалай. Статус биреү ғаризаһы 2018 йылдың сентябрендә ҡарала. 2019 йылдың сентябрендә «Янғантау» республика геопаркы ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелә, уның рәсми раҫланыуы 2020 йылдың 7 июлендә иғлан ителә.


Был хаҡта «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров былай тип һөйләй:

«Был статус беҙҙең «Янғантау»ҙы сит ил туристары өсөн ылыҡтырғыс итә - ЮНЕСКО лейблы бында сифатлы хеҙмәт күрһәтелеүен һәм хәүефһеҙлек гарантияланыуын аңлата. Салауат районында төбәк әһәмиәтендәге геопарк төҙөгәс, туристар ағымы ике тапҡырға артты, хәҙер иһә уның бер нисә тапҡырға артыуын көтәбеҙ. Геопарк 35 геологик объектты берләштерә, уларҙың өсөһө (Мәсетле, Оло Лука һәм Янғантау киҫелеше) - халыҡ-ара, 10--һы - милли һәм 22-һе мәғрифәт әһәмиәтенә эйә. Геопарк территорияһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр үҫә, хайуандарҙың һирәк төрө йәшәй. ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары селтәренә нигеҙ һалыусы Патрик Маккивер минең менән осрашҡанда 19 йыл глобаль геопарктар селтәрендә эшләү дәүерендә беренсе тапҡыр кешеләрҙең шундай фиҙакәрлек менән эшләүен күреүен белдерҙе. Сиратта - беҙ ЮНЕСКО селтәренә инеүгә ғариза биргән тағы бер геопарк - «Торатау» тора. Уны ойошторғанда Салауат районында тупланған тәжрибәне ҡулланасаҡбыҙ.»

Геопарк булдырыуҙың идеяһын биреүсе һәм шул атамалағы шифахана директоры Альфред Аҡбашев белдереүенсә, сит ил туристары өсөн бындай статус — үҙесәлекле маркер, сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткесе:

«Беҙҙең өсөн был ЮНЕСКО аша бөтөн донъяға реклама, тимәк, халыҡ-ара туризмды үҫтереү, төбәктең инвестицион танылыуын һәм ылыҡтырыуын арттырыу. Ябпай ғына миҫал - республика геопаркы статусын алғандан һуң, ике йыл эсендә беҙ артыҡ көм һалмай ғына визит-үҙәк аша туристар ағымын ике тапҡырға арттырҙыҡ. Нимәләр эшләнек - маршруттар төҙөнөк, Башҡортостан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре турфирмалары менән килешеүҙәр төҙөнөк, социаль селтәрҙәрҙә эшмәкәрлегебеҙҙе әүҙемләштерҙек. Һөҙөмтәлә халыҡ ял көндәрендә ялын әүҙем һәм файҙалы үткәреү өсөн килә башланы. Беҙ «Янғантау» геопаркын тиҫтәләрсә илдәрҙә күрһәттек, беҙгә төрлө илодәрҙән донъяның абруйлы ғалимдары һәм белгестәре килде, социаль селтәрҙәрҙә эшебеҙ ике теод алып барыла. Һәм былар барыһы ла геопарк арҡаһында башҡарыла. Ҡарар көткән арала геопарк хеҙмәткәрҙәре үҙ сервистарын үҫтерҙе, башҡа геопарктар менән белем һәм тәжрибә уртаҡлашты - тәү сиратта, «Торатау» менән. Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙән дә мөрәжәғәт иттеләр - Ульяновск өлкәһенең «Ундория» геопаркынан коллегаларыбыҙға ла консультациялар үткәрҙек.»

Геопарктың маҡсаттары — матди һәм матди булмаған мираҫты, урындағы халыҡтың мә:әниәтен һаҡлау, төбәктең иҡтисадын үҫтереү өсөн туристик ағымды, фәннәи һәм белем биреү, шул иҫәптән үҫеп килеүсе быуынға, мөмкинлектәрен арттырыу.


Сығанаҡтар

править