Өфөлә «Йыл йыры 2015» фестиваль-концерт үтте

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский
<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Башҡортостан Республикаһы notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 8 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Мәҙәниәт notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 8 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

8 февраль 2016

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы элек «Нефтяник» мәҙәниәт һарайы тип атала ине

2016 йылдың 6 февраленда «Башҡортостан» дәүләт концерт залында алтынсы тапҡыр иң яҡшы йыл йырын башҡарыусылар фестиваль-концерты үтте. Был йырҙарҙы йыл әйләнәһе «Юлдаш» мәғлүмәт-музыкаль радиоканалы тыңлаусылары һайланы.

2015 йылғы 29 иң яҡшы йырҙы 29 башҡарыусы йырланы. Еңеүселәргә лаурет статуэткаһы тапшырылды.

Концертты ойоштроусылар бик ҡыҙыҡлы сценарий тәҡдим итте, башҡарылған йырҙарҙы бөгөнгө көнүҙәк мәсьәлә — Башҡортостан һәм Ҡытай араһындағы туризм өлкөһендәге хеҙмәттәшлеккә бағышланылар. Иртәнге өс сәғәтлек «Иртәнсәккәй тороп…» тапшырыуы хужалары Филюс Ҡасымов һәм Йәмил Ишмөхәмәтов ҡытай эшҡыуарҙарын республиканың тәбиғәт и мәҙәниәт ҡомартҡыларын күрһәтеп йөрөнө, ә Марсель Байдәүләтов концертты алып барҙы һәм сәфәрҙәгеләрҙе «Юлдаш» йыры менән ҡыуанырҙы.

«Йыл йыры» 2015 лауреаттары

  1. «Премьер — Квартет» төркөмө, (Айгиз Ханов — баритон, Руслан Сәйфутдинов — тенор, Вадим Зәкиев — бас-баритон и Марсель Ҡотоев — тенор)
  2. Иҙел Нурғәлин — «Ауыл егеттәре»
  3. Сабина Кучаева — «Зәңгәр күҙ»
  4. Элвир Ишкилдин — «Айлы кис»
  5. Хәсән Усманов — «Ағиҙелдә аҡ томан»
  6. Илгиз Шәкүров — «Кеше ғүмере»
  7. Әлиә Хәзиева — «Мөхәббәт ҡанаттары»
  8. Радик Динәхмәтов — «Ҡышҡы юлдан»
  9. Дилара Иҙрисова — «Былбылым»
  10. Бибисара Азаматова һәм Рәил Өмөтбаев — «Тала»
  11. Фәриҙә Ғаззалова — «Ярат мине»
  12. Йәмил Әбделмәнов — «Ҡыр ҡаҙҙары»
  13. Ынйы Әхмәтова — «Уйнап-йырлап йәшәйексе»
  14. Айһылыу Ғәбдинова — «Күпме күҙҙәр күреп онотолған»
  15. Рөстәм Ғиззәтуллин — «Яратығыҙ»
  16. Резеда Әмикәсова, Айҙар Латипов — «Ысын һөйөү»
  17. Илдар Усманов — «Дуҫлыҡ»
  18. Венера Юлгилдина — «Сәстәр сәскә бәйләнһен»
  19. Фәрхәт Ғәйнетдинов — «Зөһрә йондоҙ»
  20. Рәүилә Мәсәлимова — «Алтын ғүмер»
  21. Сәит Билалов — «Ғүмер»
  22. Гөлшат Ғайсина, Венер Камалов — «Һин янымда сағыңда»
  23. Заһир Иҫәнсурин — «Ғүмерҙәр зая уҙмаһын!»
  24. Рәдиф Зарипов — «Һин»
  25. Ришат Хәмитов — «Йәшәрмәй ҡайҙа бараһың?»
  26. Гөлдәр Ишҡыуатова — «Йылмайыуың»
  27. Искәндәр Ғәзизов — «Йәшлек йәме»
  28. Рәмил Туйсин — «Яуһын әйҙә ҡарҙары»
  29. «Ҡарауан» төркөмө — «Йыйын»

Сығанаҡтар

править

Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.
  • Хәлем бөттө... Һай, әттәгенәһе! Тағы көсө етмәне! Ике генә йырҙы башҡарғандарын төшөрә алманы. Алмаш батарея алмай булмаҫ. Википроекттар, тип бөлгөлөккә төшәм инде. Йә берәйһе бүләк итмәй шунда. --Рөстәм Нурыев