Вики футбол ярата: Башҡорт Википедияһының триумфы

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

25 июля 2020 года

<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Викимедиа РУ notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Чемпионат Европы по футболу 2020 notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Кубок Америки по футболу 2021 notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

Футбол буйынса Америка кубогы трофейы
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. ВикияңылыҡтарВикимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге.

2020 йылдың июнендә-июлендә ике ҙур халыҡ-ара футбол турниры — Европа чемпионаты һәм Америка кубогы үтергә тейеш ине. Әммә COVID-19 пандемияһына бәйле, хәүефһеҙлекте хәстәрләп, ике турнир ҙа 2021 йылға шул уҡ ваҡытҡа күсерелә. «Викимедиа РУ» футбол йәмәғәтселегенә теләктәшлек белдерергә һәм бер ыңғай футбол тематикаһына бәйле бушлыҡты тултырырға ҡарар итте. Тап шуға күрә 2020 йылдың 12 июненән 12 июленә тиклем «Викимедиа РУ» «Башҡортостан викимедиасылары», «Төньяҡ Кавказ википедистары», «Эрзә телендә яҙыусы викимедиасылар» һәм «Викимедианың татар телле ҡатнашыусылары төркөмө» берлектә Википедияның Рәсәй телдәре бүлектәре өсөн «Вики футбол яраат» тип аталған вики-марафон ойошторҙо.

Конкурсты ойоштороусылар — Олег Абарников (Soul Train), «Викимедиа РУ» коммерция булмаған партнерлыҡ ағзаһы, Википедияның лезгин телендәге бүлеге хакимы, Рус википедияһындағы «Футбол» проекты лидерҙарының береһе, Уругвай футболы вики-энциклопедияһының рус телендәге авторы һәм Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, (З. ӘЙЛЕ), журналист, «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ағзаһы. Эштәрҙе «Футбол» проектында эшләүсе Олег Абарников менән Марк Екимов (Mark Ekimov) баһаланы.

Конкурс ике номинацияла — «Европа» һәм «Америка» уҙҙы. Конкурста ҡатнашыусы википедистар дүрт төркөмгә бүленде: Рус Википедияһы, Башҡорт Википедияһы, Алтай телдәре бүлектәре (Төньяҡ Кавказа һәм Башҡорт Википедияһынан тыш), Төньяҡ Кавказ һәм фин-уғыр телдәре. Ҡатнашыусылар уйынсылар, тренерҙар, стадиондар, турнирҙар һ.б. тураһында яҙҙы. Мәҡәләләр күләменә ҡарап төрлөсә баһаланды — әгәр донңя чемпионы йәки Европа һәм Көньяҡ Американың бер нисә тапҡыр чемпионы хаҡында яҙылһа, мәрәйҙә ике тапҡырға арттырылды. Рус Википедияһы ҡатнашыусыларына шулай уҡ Европа чемпионатына һайлап алыу турнирҙарында ҡатнашҡан футболсылар тураһында яҙыу мөмкинлеге бирелде.

Төркөмдәр һәм плей-офф матчтары араһында планлаштырылған ҙур булмаған тәнәфестән һуң — Европа өсөн 25-26 июнь, Америка өсөн 2-3 июль — тел бүлектәре ике парға бүленде: иң күп мәрәй йыйыусылар символик «алтын» миҙал, әҙерәк мәрәй йыйыусылар «бронза» өсөн көс һынашты. Икенсе этап 12 июлгә тиклем дауам итте. Ике этапта йыйылған дөйөм балдар ошо виртуаль миҙалдар өсөн көрәш иҫәбенә индерелде.

Конкурс 12 июлдә — планлаштырылған ике турнир тамамланырға тейеш булған көндә тамамланды. Барлығы 285 мәҡәлә яҙылды һәм тулыландырылды, уларҙың 280-е иҫәпкә алынды. Конкурста Википедияның Рәсәй телдәрендәге туғыҙ бүлеге: рус һәм башҡорттарҙан тыш, тыва, саха, татар, чечен, лезгин, эрзә һәм осетиндар ҡатнашты.

Ике номинация һөҙөмтәләре буйынса мәрәйҙәр һаны буйынса Башҡорт Википедияһы абсолют еңеү яуланы: атап әйткәндә, Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова башҡорт теленә Зинедин Зидан, Хави, Андрес Иньеста, Берти Фогтс, Фернандо Торрес, Давид Сильва, Роналдо, Дани Алвес кеүек футболсылар һәм бик күп Европа, Латин Америкаһы футболы йондоҙҙары тураһында мәҡәләләр тәржемә итте, башҡа башҡорт википедистарын да билдәләп китеү зарур. Рус Википедияһы «Европа» номинацияһында — икенсе, «Америка» номинацияһында өсөнсө булды; «Европа» номинацияһында өсөнсө урынға Тыва Википедияһы арҡаһында Алтай телдәре төркөмө лайыҡ булды, «Америка» номинацияһында көмөш миҙалды Төньяҡ Кавказ һәм фин-уғыр телдәре төркөмө яуланы.

Тыва Википедияһында ҡатнашыусылар Nachyn Kongaa һәм Karak-Kyzyl ярҙамында футбол тематикаһын буш урындан башларға һәм киңәйтергә тура килде, был үҙе үк бүлектең һәм Алтай телдәре төркөмөнөң ҙур еңеүе булып тора. Кавказ телдәре бүлектәре лә ҡалыптар эшләп, уҙған йылдарҙағы турнирҙар һәм йондоҙло уйынсылар тураһында мәҡәләләрҙе тәржемә итеп үҙҙәренең өлөшөн индерҙе.

Ҡатнашыусылар араһынан мәрәйҙәр буйынса Рус Википедияһы вәкиле Serg Stallone лидер булһа, икенсе урында Чечен Википедияһынан Саид Мисарбиев килә. Барлығы һәр тел бүлегенән өс еңеүсе билдәләнде, улар символик миҙалдарға эйә булды. Кәмендә өс мәҡәлә яҙған призерҙарға Европа йәки Көньяҡ Америка чемпиондары йыйылма командаларының футболкалары тапшырыласаҡ, ә кәмендә ике мәрәй йыйыусы ҡатнашыусылар футбол стилендә биҙәлгән сувенир-кружкалар аласаҡ.

Һылтанмалар править

Сығанаҡтар править

Оригинальный репортаж
Эту статью написал Марк Екимов (Mark Ekimov) специально для Русских Викиновостей. Она содержит ранее не публиковавшиеся материалы или исследования, источником которых является сам автор. Статью проверил и опубликовал редактор Александр Красоткин (Krassotkin). Вы можете свободно без согласования и выплаты вознаграждения копировать, распространять и изменять эту статью в любых целях, включая коммерческие, однако вы обязаны указать автора, источник и лицензию. Например, так: Марк Екимов, Александр Красоткин; Викиновости; CC BY 2.5. Вы также должны обозначить изменения, если таковые были сделаны. Лицензии изображений уточняйте на их страницах на Викискладе.

Комментарии

Викиновости и Wikimedia Foundation не несут ответственности за любые материалы и точки зрения, находящиеся на странице и в разделе комментариев.
  • Бер атыуҙа дүрт ҡуян вәғәҙә иткән ине, ҡуяндар ҡалды, Башвики үлде. Ҡатнашыусылар нормативты ла үтәп өлгөрмәне. Бына шундай Башҡорт Википедияһының триумфы!--Лилиә (обсуждение) 13:57, 26 июля 2020 (UTC)
  • Бик үкенес! Бер ҡатнашыусыһының ЭГОһына баш булмауы (нәфсеһенә хужа булмауы) Башвикиға бик ҡыйбатҡа төшкәне өсөн генә түгел, Ошо ЭГОның (нәфсе эйәһенең) бөтә интернет майҙанында был турала яу һалыуы өсөн дә--Һәҙиә (обсуждение) 14:26, 27 июля 2020 (UTC)