18 ноябрҙә Асҡында үткән « Минең кесе ватаным — Атайсал» 1-се муниципаль форумында «Тере тарих дәрестәре» майҙансығында ҡатнашып, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Фәнирә Нәбиуллина 2021 , кесе ватаныбыҙ, яҡташтарыбыҙ, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйып, Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр яҙыу, конкурстарҙа ҡатнашыу тураһында һөйләне. Майҙансыҡ спикерҙары билдәле яҡташыбыҙ Әлфис Суфиан улы Ғаязов һәм Асҡын музее директоры Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы Ғаниева һәм башҡа сығыш яһаусылар бик әһәмиәтле фекерҙәр, идеялар күтәрҙеләр. Ҙур рәхмәт бөтәгеҙгә!