Коронавирус: Сибай шикләндергәйне, Өфө «атты»
10 апреля 2020 года
category = Баҫтырылған category = Республика Башкортостан notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created
</dynamicpagelist><dynamicpagelist>category = Баҫтырылған category = Коронавирусы notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created
</dynamicpagelist><dynamicpagelist>category = Баҫтырылған category = Здравоохранение notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>
Күптән түгел Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙағы хәл-торошҡа борсолоу белдергәйне. Сибай баҙарында коронавирус йөрөтөүсенең ит менән сауҙа итеүе асыҡланғас, ул, «Сибай атмып ҡуймаһын», тигәйне. Һуңғы көндәрҙәге хәл-торош күрһәтеүенсә, Өфөнөң алдараҡ «атыуы» ихтимал.
Бөгөнгә Башҡортостанда 142 кеше COVID-19 шиге аҫтында, шул иҫәптән 10 бәлиғ булмаған бала, 22 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған. Тәүлек эсендә республикала сирләүселәр һаны алты кешегә артҡан. Башҡортостандың ҙур дауалау учреждениеларының береһендә — Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында (РКБ) билдәһеҙ сығышлы пневмония таралған. Әлеге ваҡытта 600 сирле һәм шул уҡ һанда медицина хеҙмәткәрҙәре булған дауахана ике аҙналыҡ карантинға ябылған. Тиҫтәгә яҡын табип һәм пациент COVID-19 шиге менән инфекция госпиталенә оҙатылған.
Пневмония менән сирләүселәр артты. Сир ике аҙна тирәһе дауам итә. Беҙ һәр оперативка һайын етәкселеккә ошо хаҡта әйтә килдек, ә улар, насар эшләйһегеҙ, барлыҡ санитар ҡағиҙәләрҙе үтәмәйһегеҙ, ауырыуҙарға бик күп кеше килә, тине... Сирләүселәр ағымы (райондарҙан һәм башҡа ҡалаларҙан) бик ҙур. Аңлашылмаған нәмәләр бара, ниндәйҙер вируслы пневмония үрсей. Үҙҙәренең сире буйынса планлы тикшереүгә килгән ауырыуҙарҙың ҡапыл температураһы күтәрелә. Беҙ ябай, киҙеүҙең билдәле төрҙәренә генә мазок алдыҡ. Коронавирусҡа түгел,— ти Ҡыуатов исемендәге РКБ-ның ревматологик терапия бүлеге мөдире, 40 йыллыҡ стажға эйә табип Римма Камалова. |
Сираттағы брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин үткән тәүлектә генә РКБ-ла 500 кешенең тикшерелеүе, 50 шикле анализдың раҫлау йә кире ҡағыу өсөн Эпидемиология һәм гигиена үҙәгенә тапшырылыуын белдерҙе.
Октябрьский, Бәләбәй, Мәләүез ҡалаларының өс медицина учреждениеһында быға тиклем РБК-нан сығарылған пациенттар булыуы асыҡланған. Уларҙа киҫкен респиратор сире барлыҡҡа килгән. Улар айырымланған, уларға ҡарата карантин саралары ҡулланыла.
2020 йылдың 9 апрелендә инфекция таралыуҙы профилактикалау маҡсатында Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм балалар өсөн «комендант сәғәте индерелә». Ололар киске сәғәт алтынан иртәнге 10-ға тиклем, ә балалар киске сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә тиклем урамда йөрөргә тейеш түгел. Был ваҡытта территориялар патрулләнәсәк. Режимды боҙған өсөн штраф ҡаралған, балалар өсөн ата-әсәләргә штраф һалыуҙары мөмкин.
Предыдущая новость: Сибай баҙарында коронавирус сирле ит һатҡан |
Сығанаҡтар
править- ИА "Башинформ" «Число заболевших коронавирусом в Башкирии увеличилось до 22 человек». ИА "Башинформ", 9 апреля 2020 года года. (архив)
- Артур Асафьев ««Все знали, что у нас — вспышка вирусной пневмонии»». Идель Реалии, 8 апреля 2020 года года. (архив)
- ИА "Башинформ" «В Башкирии сообщили о 50 сомнительных анализах на коронавирус пациентов и сотрудников РКБ». ИА "Башинформ", 9 апреля 2020 года года. (архив)
- ИА "Башинформ" «В Башкирии вводят «комендантский час» для пенсионеров и детей». ИА "Башинформ", 9 апреля 2020 года года. (архив)