Тәфтиш комитеты Ғ. Ҡыуатов исемендәге РКД-ны тикшерә башлаған

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

12 апреля 2020 года

<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Республика Башкортостан notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = COVID-19 notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Преступность и право notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитеты эмблемаһы

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфөлә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы (РКД) етәкселегенә ҡарата тикшереү ойошторған. Быға сәбәп булып бүлек мөдире Римма Камалованың дауаханалағы хәл-торош — COVID-19 пандемияһына илке-һалҡы ҡараш һөҙөмтәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуйылыуы тураһындағы интервьюлары тора.

Камалованың улы, юрист Тимур Ураҙмәтов дауаханала барған ваҡиғаларға иғтибар итеүҙәрен һорап Генпрокуратураға ялыу һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса комитетҡа мөрәжәғәт яҙған Ул журналистарға һатып алыуҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәренең компьютерҙар менән дауахананың беренсе ҡатындағы тәҙрәнән һикереп төшөүҙәре төшөрөлгән видеоны ла тапшырған. Тәфтиш комитеты был видеоның төп нәсхә булыуы-булмауын тикшерә.

Шулай уҡ Өфө юрисы Виталий Буркин РФ Тәфтиш комитетына РКД-лағы хәл-торош буйынса мөрәжәғәт иткән. Ул медицина чиновниктары ғәмәлдәрендә бер нисә енәйәт бар тип иҫәпләй:

«Беренсенән, был енәйәт барыбыҙҙың да ғүмеренә хәүеф тыуҙыра, шуға күрә ул асыҡ ғәйепләү категорияһына индерелергә тейеш. Йәғни, был хаҡта теләгән кеше ялыу менән мөрәжәғәт итә ала. Икенсенән, мин һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәлдәр менән бер аҙ таныш. Башҡа берәй өлкәлә ябай хеҙмәткәрҙәргә, йәғни табиптарға, шундай баҫым, ҡул-ҡулды йыуыу, алдашыу бармы икән? Тимәк, тиҙ арала енәйәт эшен ҡуҙғатмағанда, беҙ яуаплылыҡты ябай табиптар өҫтөнә һалыу өсөн дәлилидәрҙе фальсификациялау менән осрашасаҡбыҙ. Ваҡыт көтмәй.»

Камалованың атаһы совет заманында 20 йыл республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын биләгән. «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте директорҙары советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов дауаханала килеп тыуған был шау-шыуҙы клан мөнәсәбәттәрен асыҡлау булыуы ихтимал, тип белдерә:

«Иларғамы, көлөргәме. Беҙ быға ошондай ваҡытта кешеләр юҡ-бар менән булыша, тип ҡарайбыҙ. Был медицина кландарының мөнәсәбәт асыҡлауы. Улар унда ниндәйҙер медицина урындары һәм вазифалары өсөн көрәшә. Ә был, дуахана һәм етәксеһе тураһында һөйләгән ханым <Римма Камалова> үҙе етәксе булырға тырыша ине.»

Бөгөнгә Башҡортостанда SARS-CoV-2 коронавируслы 66 кеше асыҡланған. COVID-19 менән сирләүселәр һаны тәүлек эсендә 26 кешегә артҡан, бер кеше вафат булған.


Сығанаҡтар

править
Эта страница создана участником З. ӘЙЛЕ в рамках конкурса «Останься дома с Викиновостями».