Башҡорт журналистары — Башҡорт Википедияһы авангардында!

Башҡа телдәрҙә: башҡортса • русский

30 ғинуар 2016

<dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Башҡорт Википедияһы notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 8 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created

</dynamicpagelist><dynamicpagelist>

category = Баҫтырылған category = Йәмғиәт notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 8 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>

Сара 13 һәм 15 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнөнә һәм виртуаль энциклопедияның 15 йыллығына арналғайны.
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. ВикияңылыҡтарВикимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге.

2015 йылдың 15 декабренән 2016 йылдың 15 ғинуарына тиклем «Башҡортостан Викимедиясылары» ирекмәндәр төркөмө ойошторған «Башҡорт журналистары — Башҡорт Википедияһы авангардында!» тип аталған сираттағы викимарафон үтте. Ул 13 һәм 15 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнөнә һәм виртуаль энциклопедияның 15 йыллығына арналғайны. Ирекмәндәр башланғысын республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы һәм Журналистар союзы ла хупланы.

Республика баҫмалары журналистары Айсар менән З. ӘЙЛЕ һөнәрҙәштәре араһынан яңы мөхәррирҙәр йәлеп итеү һәм Башҡорт Википедияһын республикала, тәү сиратта башҡорт телендә нәшер ителгән йәки тапшырыуҙар алып барған киң мәғлүмәт саралары тураһындағы мәҡәләләр менән тулыландырыу маҡсатында сараны ойошторҙо.

Үҙенсәлекле бәйге һөҙөмтәһендә журналистар Мухамадеева, Айбика, Танзиля Исхакова волонтерҙар рәтенә баҫты, Башҡорт Википедияһы яңы 150 мәҡәлә менән тулыланды, шуларҙың 108-е викимарафон талаптарына тулыһынса тап килә тип табылды.

14 ҡатнашыусы араһынан биш һәм унан да күберәк мәҡәлә яҙған журналистар Alfiya55, Айсар, З.ӘЙЛЕ һәм Мухамадеева еңеүселәр булды. Шулай итеп, марафон девизы «Башҡорт журналистары — Башҡорт Википедияһы авангардында!» тулыһынса тормошҡа ашырылды.

Ҡалған ҡатнашыусылар араһынан Ләйсән, visem һәм ирекмәндәргә яңы ҡушылыусылар вәкиле Янмырҙа Баҡый шулай уҡ еңеүселәр тип билдәләнде. Был юҫыҡтан башҡорт телен бөтөнләй белмәгән visem ҡушаматлы мөхәррирҙе айырым әйтергә кәрәк. Украин егете Башҡорт Википедияһын үҫтереүгә үҙенең һиҙелерлек өлөшөн индереп, ниндәйҙер һылтау йәки сәбәп табып һаман да Башҡорт Википедияһына ҡушылмаусыларға матур үрнәк күрһәтте: теләк һәм маҡсат менән һәр төрлө ҡаршылыҡты еңеп булыуын раҫланы. visem яҙған 16 яңы мәҡәләнең ҡуйылған талаптарға тулыһынса тап килгән алтыһы викимарафон иҫәбенә алынды.

Бәйге йомғаҡтары буйынса атап үтелгән әүҙем мөхәррирҙәр 2016 йылдың март аҙағы — апрель башында Янғантауҙа үтәсәк викисеминарға саҡырылды. Унда еңеүселәгә махсус сертификаттар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Сығанаҡтар править


Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж
Викияңылыҡтар өсөн үҙенсәлекле репортаж

Был мәҡәләлә Викияңылыҡтар өсөн махсус рәүештә яҙылған, мәҡәләлә үҙенсәлекле репортаж һәм тикшереүҙәр бар.

Мәғлүмәттең сығанағы күрһәтелмәгән осраҡта, автор үҙе сығанаҡ булып тора. Мәҡәлә тарихынан: кем беренсе булып мәҡәләне башлағанын табып авторҙы билдәләй алаһығыҙ. Мәҡәләгә инмәгән, һеҙгә билдәле булған факттар булһа, мәҡәләгә өҫтәп яҙығыҙ. Ваҡыт үтеү менән ваҡиғалар үҙгәрһә яңы мәҡәлә яҙығыҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа форумға яҙығыҙ.
Фекерҙәр[үҙгәртергә]


Викияңылыҡтар, Викимедиа РУ һәм Wikimedia Foundation, Inc. мәҡәлә эстәлегендә һәм фекерҙәр бүлегендә булған ҡараштар өсөн яуап бирмәй.