Берлиндағы Викимедиа конференцияһында «себештең» «бала бөркөткә» әүерелгәне
9 апреля 2017 года
- 8 сентября 2017: Дербентта Дағстан халыҡтарының беренсе вики-семинары үтте
- 9 апреля 2017: Берлиндағы Викимедиа конференцияһында «себештең» «бала бөркөткә» әүерелгәне
- 7 марта 2017: Эрзә википедистары Рәсәйҙә икенсе Викимедиа юзер-төркөмө төҙөнө
- 12 октября 2016: Санкт-Петербургтағы 10-сы юбилей халыҡ-ара Вики-конференция
- 21 июля 2016: Башҡортостан викимедиасылары йәйләүгә сыҡты
- 25 февраля 2021: Һуң булһа ла уң булды: Башҡорт Википедияһы тантаналы рәүештә 15 йыллығын билдәләне
- 19 января 2021: Башҡорт википедистары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә биш конкурс һәм алты онлайн курс үткәрәсәк
- 23 декабря 2020: ФАДН тағы ла Википедияның өлөшөн мөһим тип таныны
- 5 ноября 2020: Анна Бирюкова Татарстан заказы буйынса Википедияға мәҡәләләр яҙасаҡ
- 26 октября 2020: Metaratings.Ru сайты ирекле лицензияға күсте
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. Викияңылыҡтар — Викимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге. |
2017 йылдың 31 мартынан 2 апреленә тиклем Берлинда Викимедианың сираттағы йыллыҡ конференцияһы уҙғарылды. Бындай сараларҙа ойошманың барлыҡ хәрәкәттәре — региональ бүлектәр (чаптерҙар), тематик берләшмәләр, ҡулланыусылар төркөмдәре, шулай уҡ Викимедия Фонды һәм уның бүлектәре — бер урынға туплана. Был конференцияны немец региональ ойошмаһы — Викимедиа Германия (нем. Wikimedia Deutschland) Викимедиа Фонды (англ. Wikimedia Foundation) менән берлектә ойошторҙо.

Викимедиа проекттарын башҡорт телендә төҙөгән Башҡорт Википедияһы «Башҡортостан Викимедиасылары» (англ. Wikimedians of Bashkortostan User Group) тематик төркөмө исеменән конференцияла «Киске Өфө» гәзите журналисы Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. ӘЙЛЕ) һәм төрки телдәрҙе өйрәнеүсе украин лингвисы Виктор Семенюк (Visem) ҡатнашты. Виктор Семенюктың туған теле башҡорт теле булмаһа ла, ул Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша.

![]() | Википедияның төрлө тел бүлектәрендә гүзәл заттар 10-20 процент ҡына тәшкил итә. Ә Башҡортостан викимедиасыларының күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар. Шуға ла Башҡорт Википедияһының презентацияһында башҡорт вики-өләсәйҙәре тураһындағы мәғлүмәтте бик ҡыҙыҡһынып, сәпәкәйләп ҡаршы алды конференцияла ҡатнашыусылар. «Эстәлек тәржемәсе» (Content translation) төркөмөнөң етәксеһе Амир Аарони башҡорт телендәге мәҡәләләрҙең тәржемә ҡоралы, йәғни машина тәржемәсеһе, ярҙамында сифатлы башҡарылыуын, шулай уҡ система белдереүҙәренең дә бик емешле тәржемә ителеүен юғары баһаланы. | ![]() |
Германиянан ҡайтҡас, викимедиасыларҙың халыҡ-ара форумындағы Башкортостан вәкиле Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова үҙенең сағыу тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

|
СығанаҡтарПравить
- Алик Шакиров «Башкирские волонтеры внесли свои предложения в стратегию развития Викимедиа до 2030 года». 5 апреля 2017 года.
Зинһар, Викияңылыҡтар порталында аралашыу ҡәғиҙәләрен уҡығыҙ
Мәҡәлә буйынса етешһеҙлекте хәбәр итергә булһағыҙ (мәҫәлән, хата йәки башҡа етешһеҙлектәр), фекер алышыу битен файҙаланығыҙ.
Был биттәге фекерҙәр урталыҡ сәйәсәтенә тап килмәһә лә, теманан ситкә китмәгеҙ, иреш-талашҡа, башҡаларҙы кәмһетеүгә юл ҡуймағыҙ. Уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ, кәңәш булырҙай тәҡдимдәр яҙырға тырышығыҙ. Фекер алышыуға, дуҫтарса аралашыуға ҡоролған әңгәмә өсөн булһын был осрашыу урыны. Ошо турала уйланығыҙ, зинһар өсөн.
Фекер яҙыу өсөн бер нисә кәңәш:
- Яңы тема асыу өсөн аҫҡы юлдарҙы файҙаланығыҙ.
- Яңы тема өсөн юл башында йондоҙ билдәһен «*» ҡулланығыҙ. Артабан үҙегеҙ әйтергә теләгән фекерҙе яҙығыҙ.
- Яуап биреү өсөн юл башында алда торған фекерҙәге йондоҙҙарға тағы берәүҙе өҫтәп яҙа башлар кәрәк.
- Үҙегеҙҙең хәбәргә дүрт тулҡын файҙаланып (~~~~) ҡул ҡуйып барығыҙ. Ҡабаттан ҡарау һәм һаҡлау мәлендә улар һеҙҙең исемде һәм датаны үҙаллы күрһәтәсәк.
Иғтибар итегеҙ, мәҡәләләге темаға тап килмәгән яҙмаларҙы фекер алышыуҙа ҡатнашҡан һәр кем йәшерә, йәки юйып ташлай ала.