Өфөлә башҡорт милли кейеме байрамы үтте
28 мая 2016 года
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. Викияңылыҡтар — Викимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге. |
«Евразия йөрәге» — «Heart of Eurasia» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә 28 майҙа Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Баштан сара башҡорт милли костюмы көнө тип әҙерләнһә лә, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар костюмдары байрамына әйләнде. Байрамға махсус рәүештә «Ағинәй» Республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәт ойошмаһы вәкилдәре Сибай ҡалаһынан һәм Әбйәлил, Архангель, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Дүртөйлө, Дәүләкән, Йылайыр, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Илеш, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Федоровка райондарынан килеп етте. «Бөгөн күп райондарҙа Һабантуй милли байрамы үтә, шуға күрә барыһы ла килә алманы» — тип хәбәр итте «Ағинәй» ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева.
Ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда йыйылды һәм бер теҙмә булып Зәки Вәлиди урамынан Салауат Юлаев майҙанына ҡарай юл тотто. Алдан «Любизар — Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубының I Башҡорт ат полкы һыбайлылары Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә һәм башҡорт аҡһаҡалдары: мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башдрама театры художество етәксеһе Олег Ханов, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, Башҡорттар ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Велмир Аҙнаев, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин барҙы. Аҡһаҡалдар араһында Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев та булды. Башҡорт милли костюмы байрамында сәнғәт интеллигенцияһына ҡараусылар ҙа ҡатнашты. Милли кейемдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары байрамға йәм өҫтәне, «Башҡортса кейен» бейеү флешмобы үҙәгендә булды.
Салауата Юлаев майҙанында башҡорт костюмын белеү буйынса тамашасылар менән уйын-викторина һәм «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоу, милли костюмдар, биҙәүестәр күргәҙмәһе, һатыу ҙа ойошторолдо.
Викияңылыҡтар байрамдан фоторепортаж тәҡдим итә:
-
Гүзәл Ситдыҡова, яҙыусы, йәмғиәт эшмәкәре
-
Башҡортостан украиндары
-
Әлфиә Кәлимуллина, Башфилармония йырсыһы
-
Гөлфиә Янбаева, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, «Ағинәй» Республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе
-
Сәғиҙулла Байегет (күк костюмда), Башдрама театры артисы
-
Хөрмәтулла Үтәшев (йәшел еләндә), Башдрама театры артисы
-
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев
-
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡорттар ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, Башдрама театры художество етәксеһе Олег Ханов
-
Сынтимер Баязитов, Өфө ҡалаһы Администрацияһы башлығы урынбаҫары
-
«Любизар — Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов
-
Ат йөрөштәренең мотлаҡ шарты
-
Башҡорт чечендары бейей
-
Байрам бүләге — улыма башҡорт биҙәкле галстук
Сығанаҡтар
править- Лейла Аралбаева «В Уфе пройдет День башкирского национального костюма». ИА «Башинформ», 27 апреля 2016 года. (архив) (рус.)
- Лейла Аралбаева «В Уфе парад национальных костюмов объединил представителей разных народов». ИА «Башинформ», 28 мая 2016 года. (архив) (рус.)
Зинһар, Викияңылыҡтар порталында аралашыу ҡәғиҙәләрен уҡығыҙ
Мәҡәлә буйынса етешһеҙлекте хәбәр итергә булһағыҙ (мәҫәлән, хата йәки башҡа етешһеҙлектәр), фекер алышыу битен файҙаланығыҙ.
Был биттәге фекерҙәр урталыҡ сәйәсәтенә тап килмәһә лә, теманан ситкә китмәгеҙ, иреш-талашҡа, башҡаларҙы кәмһетеүгә юл ҡуймағыҙ. Уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ, кәңәш булырҙай тәҡдимдәр яҙырға тырышығыҙ. Фекер алышыуға, дуҫтарса аралашыуға ҡоролған әңгәмә өсөн булһын был осрашыу урыны. Ошо турала уйланығыҙ, зинһар өсөн.
Фекер яҙыу өсөн бер нисә кәңәш:
- Яңы тема асыу өсөн аҫҡы юлдарҙы файҙаланығыҙ.
- Яңы тема өсөн юл башында йондоҙ билдәһен «*» ҡулланығыҙ. Артабан үҙегеҙ әйтергә теләгән фекерҙе яҙығыҙ.
- Яуап биреү өсөн юл башында алда торған фекерҙәге йондоҙҙарға тағы берәүҙе өҫтәп яҙа башлар кәрәк.
- Үҙегеҙҙең хәбәргә дүрт тулҡын файҙаланып (~~~~) ҡул ҡуйып барығыҙ. Ҡабаттан ҡарау һәм һаҡлау мәлендә улар һеҙҙең исемде һәм датаны үҙаллы күрһәтәсәк.
Иғтибар итегеҙ, мәҡәләләге темаға тап килмәгән яҙмаларҙы фекер алышыуҙа ҡатнашҡан һәр кем йәшерә, йәки юйып ташлай ала.