Wikimedia CEE Meeting 2018: рәсәй делегацияһы тәжрибә уртаҡлашты
19 октября 2018 года
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. Викияңылыҡтар — Викимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге. |
Ағымдағы 2018 йылдың 13-15 октябрендә Украинаның Львов ҡалаһында Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәрене викимедиасыларының йыл һайын үткәрелеп килгән VII Wikimedia CEE Meeting 2018 конференцияһы үтте. Сараның төп өлөшө Украин католик университетының митрополит Андрея Шептицкий исемендәге үҙәктә уҙғарылды. Конференция программаһында һәр төрлө докладтар, тематик түңәрәк өҫтәлдәр, сығыштар, семинар-практикумдар, формаль булмаған осрашыуҙар, асыу һәм ябыу тантаналары, шулай уҡ ҡала буйлап экскурсиялар ҡаралған ине. Конференцияла 30-ҙан ашыу илдән килгән 127 делегат ҡатнашты.
Өҫтәмә рәүештә, конференция башланғанға тиклем (12 октябрҙә) Львовтың «Коммуна» коворкингында Асаф Бартоватың тренингтары, ә 16 һәм 17 октябрь көндәре Украина Викимедиаһы ағзаларының ойоштороусылар командаһы тарафынан Карпат и Винницаға вики-экскурсия ойошторолдо.
Үҙҙәренә ҡулай булған телдә аралашыусы конференция вәкилдәре вики-темалар буйынса фекер алышыуҙың бар мөмкинлеген файҙаланды, ҡунахана янындағы кафе йә ресторандарҙа таңға тиклем әңгәмәләшеп ултырҙылар, хатта волонтёр-ойоштороусы Виктор Семенюк үҙенең Украинала булыуына ышанып етмәүен белдерҙе.
Рәсәй делегацияһы туғыҙ кешенән торҙо: Викимедиа РУдан Владимир Медейко һәм Дмитрий Рожков, «Эрзя телендә яҙышыусы викимедистарҙың юзер-төркөмө«Нән Денис Кафтаев (Kaftaj) һәм Татьяна Святкина (Vaija), «Дон викимедиасылары«Ның территориаль юзер-төркөмөнән Дмитрий Жуков, «Башҡортостан викимедисылары» территориаль юзер-төркөмөнән Зәйтүнә Ниғмәтйәнова һәм Сәриә Ҡаһарманова, «Рәсәй телдәрендә яҙышыусы викимедисылар» ойошмаһы, Викимедиа РУ һәм «Татар телендә яҙышыусы викимедисылар»ҙы теркәүсе юзер-төркөмөнән (на правах Йыл викимедисы — 2018 хоҡуғында) Фәрхәд Фәтҡуллин, шулай уҡ башҡорт телле Википедия бюрократы Вячеслав Чернев (сығышы менән Ырымбурҙан, һуңғы дүрт йылда Варшава ҡалаһында йәшәй).
Сара барышында Рәсәй делегацияһы вәкилдәре дүрт ҡыҫҡа доклад (5 минутлыҡ: Денис, Дмитрий (Жуков), Зәйтүнә, Татьяна, Фәрхәд) һәм ике күләмле сығыш яһаны — Владимир Медейко һәм Дмитрий Рожковтың «Асыҡ китапхана» һәм «Асыҡ мираҫ» проекттары, һәм Фәрхәдтең «Рәсәй халыҡтары телендәге википедия: онлайн күп теллелекте үҫтереү» проекты.
Конференция инглиз телендә барҙы, шул уҡ ваҡытта, рәсәйҙәрҙең сығышы барышында башҡорт, татар, рус телдәре (Фәрхәд тәржемәһендә) һәм эрзя (Татьянаның тәржемәһендә) телендә лә яңғыраны. Асафтың тренингтарында, асыу, ябыу тантаналарында, конференция барышындағы пленар сессияларҙа һәм төркөмдәр эшмәкәрлегендә, шулай уҡ 15 октябрҙә Львовтың боронғо ҡалаһы буйлап үткәрелгән экскурсияларында Фәрхәд бөтәһе өсөн дә рус һәм татар (халыҡ-ара фан-клубы барлыҡҡа килгән башҡорт википедисыларының туған башҡорт теленә яҡын булған) теленә тәржемәсе ролен үтәне.
Аудитория Рәсәй төбәктәрендә Викимедиа хәрәкәтен популярлаштырыу маҡсатында Викимедиа Фондының гранты ярҙамынан башҡа ла Рәсәй ирекмән викимедиасыларының вики-сара һәм унын тыш эштәр сиктәрендәге ойоштороу эшмәкәрлегенең күләме һәм масштабы менән һоҡланды. Коллегалар йыл да үткәрелеп килгән Википедия телдәре тураһындағы «Кельский узел» (Бөйөк Британия: 2017, 2018) конференцияһында Рәсәй халыҡтары телдәре Викимедиа проекттары күп теллелеген һәм алардың йәмһияттәрен күһәтүсе доклад менән сығыш яһарға тәҡдим иттеләр. Рәсәйлеләрҙе Викимедиа Хәрәкәте Стратегияһына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе инглизсә фекер алышыу сараларында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙылар. Был тема Берлинда һәр яҙ һайын үткәрелгән конференцияла яҡтыртыласаҡ. 2019 йылда бындай сараға һәр фонд тарфынан танылған ойошманан бер генә вәкил саҡыраласаҡ, ул үҙ эшмәкәрлеге буйынса 2018 йылдың 1 декабренә ҡәҙәр талапҡа ярашлы отчет күрһәтергә тейеш.
Сараның бөтә фото- һәм видео-материалдарын Викискладтың тематик категорияһында ҡарарға була. Төп залдағы һәм аудиторияларҙағы эшмәкәрлектең тура трансляцияһы видеояҙмаларын YouTube’та ҡарарға мөмкин. Wikimedia.Ukraina@Facebook (20:00-32:30) битендә конференцияның ябыу тантанаһы күрһәтелә.
-
Дмитрий Жуков слева за столом в коворкинге «COMMUNA», Фархад переводит выступление Асафа Бартова на русский.
-
башҡорт телле Википедия бюрократы Вячеслав Чернев.
-
Дмитрий Рожков эш өҫтөндә.
-
Ҙур залда Зәйтүнәнең башҡорт телендәге сығышы инглиз теленә тәржемә ителә.
-
Владимир Медейко «Асыҡ китапхана» һәм «Асыҡ мираҫ» проекты тураһында сығыш яһай.
-
Ҙур зал.
-
Фәрхәд башҡорт вики-өләсәйҙәре делегаттары: Сәриә (һулдан, һары сәсле) һәм Зәйтүнә (уңда, йәшел еңле кейемдә) өсөн сығыштарҙы татарсаға тәржемә итә.
-
Денис Кафтаев (артҡы рәттә, уңда).
-
Дөйөм фотография.
-
Ойоштороусылар командаһы.
См. также
правитьИсточники
правитьКомментарии
Если вы хотите сообщить о проблеме в статье (например, фактическая ошибка и т. д.), пожалуйста, используйте обычную страницу обсуждения.
Комментарии на этой странице могут не соответствовать политике нейтральной точки зрения, однако, пожалуйста, придерживайтесь темы и попытайтесь избежать брани, оскорбительных или подстрекательных комментариев. Попробуйте написать такие комментарии, которые заставят задуматься, будут проницательными или спорными. Цивилизованная дискуссия и вежливый спор делают страницу комментариев дружелюбным местом. Пожалуйста, подумайте об этом.
Несколько советов по оформлению реплик:
- Новые темы начинайте, пожалуйста, снизу.
- Используйте символ звёздочки «*» в начале строки для начала новой темы. Далее пишите свой текст.
- Для ответа в начале строки укажите на одну звёздочку больше, чем в предыдущей реплике.
- Пожалуйста, подписывайте все свои сообщения, используя четыре тильды (~~~~). При предварительном просмотре и сохранении они будут автоматически заменены на ваше имя и дату.
Обращаем ваше внимание, что комментарии не предназначены для размещения ссылок на внешние ресурсы не по теме статьи, которые могут быть удалены или скрыты любым участником. Тем не менее, на странице комментариев вы можете сообщить о статьях в СМИ, которые ссылаются на эту заметку, а также о её обсуждении на сторонних ресурсах.