Петрозаводск ҡалаһында Фин-уғыр вики-семинары үтте
15 мая 2016 года
category = Баҫтырылған category = Викимедиа РУ (ba) notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 8 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created
</dynamicpagelist><dynamicpagelist>category = Баҫтырылған category = Башҡорт Википедияһы notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 8 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. Викияңылыҡтар — Викимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге. |
6-9 майҙа 2016 йылда Петрозаводск ҡалаһының Onego Palace Hotel «Селена» конференц-залында III фин-уғыр халыҡтары мираҫын һаҡлау һорауҙарына бағышланған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли семинар үтте (англ. Finno-Ugric wikiseminar 2016).
Семинар эшендә Рәсәй, Финляндия, Эстониянан википедистар һәм фин-уғыр телдәре менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйылды. Сарала ирекле энциклопедияның 13 мөхәррире һәм 18 ҡыҙыҡһыныусы теркәлде.
Фин-уғыр вики-семинары фин-уғыр телендәге Викимедиа проекттары ҡатнашыусыларының тәжрибәһе менән бүлешеү өсөн ойошторолдо. Семинар маҡсаттарының береһе булып бәләкәй фин-уғыр Википедияларының проблемалары тураһында фекер алышыу һәм хәл итеү тора.
Беренсе Фин-уғыр вики-семинары Тарту һәм Вакснала (Эстония) үтте (22-24 август 2014 йыл).
Икенсеһе — Эстонияның Меремяэ волосында 2015 йылдың 1-4 авгусында үтте.
Өсөнсөһө — быйылғыһы, Петрозаводск, Рәсәй.
Килеү көнө
правитьСеминарҙы ойоштороусылар һәм ҡайһы бер ҡатнашыусылар Петрозаводскта 5 майҙа уҡ йыйыла башланы.
Ул көндө танышып, семинар һорауҙарын рәсми булмаған шарттарҙа ҡарап сыҡтылар.
Беренсе көн
правитьСеминарҙы Викимедиа Россия директоры Владимир Медейко асты. Ул ҡыҫҡаса осрашыу форматы тураһында һөйләне.
Асыу ваҡытында Владимир һыҙыҡ өҫтөнә түбәндәгене алды:
Фин-уғыр телдәрендәге Википедияларҙың проблемалары оҡшаш, эре Википедияларҙыҡы — башҡа төрлө. |
Викимедиа Эстониянан Каарел Вайдла шулай уҡ сәләм һүҙе менән өндәште, эштең төп йүнәлештәрен аңлатып үтте. Каарел фин-уғыр телдәренә тәржемә иткән Minority translate (Архивная копия от 27 июня 2018 на Wayback Machine) һәм википедистарға фекер алышырға ярҙам иткән WikiComment программалары тураһында һөйләне.
«Милли мәҙәниәтте актуалләштереү алымдары» доклады менән РФА Карелия фәндәр үҙәге Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтынан Валентина Миронова дауам итте. ХХ быуат дауамында карел милли мәҙәниәте байтаҡ үҙгәртеүҙәр кисерҙе. Күп фольклор жанрҙары — рун йыры, сеңләү, әкиәттәр — йәшәү рәүеше үҙгәреү һәм урыҫтар менән ассимиляция сәбәпле юғала бара. Әммә халыҡ сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныу бар әле. Фольклор йолаһы аудиоальбомдар һәм китаптар ярҙамында яңы һулыш ала.
Семинарҙың беренсе өлөшө дөйөм фото менән тамамланды.
Кофе-брейктан һуң «Фин-уғыр халыҡтары мираҫын һаҡлау» темаһына түңәрәк өҫтәл асылды, модераторы Владимир Медейко булды.
Николай Литвинов «Бөтә донъя энциклопедияһы һәм башҡа википроекттарҙа (Википедия, Викисклад, Викигид, Викитека, Викицитаты, Викиновости һ.б.) ғилми белемде һаҡлау һәм популярлаштырыу» мастер-класын үткәрҙе, ҡатнашыусыларҙы Википедиянан башҡа Викимедиа проектары менән таныштырҙы.
Тәнәфестән һуң Андрей Крижановский Нина Зайцева менән берҙәм әҙерләгән «Вепс теле корпусы: проблемалар һәм киләсәк» сығышын тәҡдим итте, вепс теленең һүҙлеге һәм тел корпусы ингән компьютер системаһын әҙерләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Артабан Ирина Новак һәм Анна Егорова «Карел теле диалекттары: ғәҙәти ҡараш һәм ысынбарлыҡ» темаһын яҡтыртты. Карел телендә өс һөйләш бар: карел, ливвик һәм людик. Һәр һөйләш боронғо карел теленең боронғо вепс һәм саам теле, урыҫ һәм фин телдәре йоғонтоһонда формалашҡан. Һөйләштәр диалекттарға бүленә. Диалект бүленеше нигеҙе итеп XX быуаттың беренсе яртыһында карелдар йәшәгән ерҙең административ бүленеше алынған. Әммә диалект сиктәр административ сик менән йыш ҡына тап килмәй, ә күрше диалекттар араһында мөһим айырмалар табырға була.
Һуңынан Илья Мошников «Карел Википедияһы өҫтөндә эш: ҡаҙаныштар һәм ҡыйынлыҡтар» сығышын уҡыны. Хәҙерге ваҡытта карел һөйләшендәге википедиялар инкубаторҙа һаҡлана. Илья карел һәм ливвик телдәрендә әүҙем эшләй.
Артабан «Фин-уғыр мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм популярлаштырыуҙа вики-проекттар роле» түңәрәк өҫтәле үтте, модераторы Николай Литвинов булды. Шул уҡ ваҡытта бөтә донъя энциклопедияһының «Төҙөүгә» бүлегендә («Энциклопедия нигеҙе» һәм «Мириада» проектары») ««Фин-уғыр темаһына мәҡәләләр исемлеген төҙөү» воркшопы үтте[1].
Өфөнән (Башкортостан) килеүсе Ансар Нуретдинов (Айсар) «Милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм пропагандалауҙа БашВикиның эш тәжрибәһе» тураһында һөйләне.
Артабан сират Надежда Лобановаға етте, уның темаһы — «Карелияның ҡаяға төшөрөлгән ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм ҡулланыу проблемалары». Ул ташта соҡоп төшөрөлгән һүрәттәр — петроглифтар тураһында һүҙ алып барҙы.
Беренсе көндө МДУ-ның филология факультеты студенты Карина Мищенкова «Фин-уғыр телдәрендәге википедияны киңәйтеү. Испанияның миноритар телдәрендә википедияны алып барыу тәжрибәһе» сығышы менән тамамланы. Презентация барышында Испанияның испан, каталан, баск, галисий, астурий, аргон һәм аран телдәренең үҙ Википедиялары булғаны, уларҙың тәжрибәһен үҙләштереү тәҡдим ителде.
Икенсе көн
правитьВики-семинарҙың икенсе көнөн «Вики-берләшмә берләшмә булараҡ» фәлсәфәүи сығышы менән Викимедиа Эстония вәкиле Танел Перн асып ебәрҙе.
Унан һуң Андрей Петров, Фин-уғыр халыҡтары йәштәр берекмәһенең Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе буйынса идара ағзаһы, «Эрзян Википедияһының 8 йыллыҡ эше: ҡыйынлыҡтар һәм үҫеш юлдары» тураһында әйтеп китте. Эрзян телендә бүлектә 3 044 мәҡәлә төҙөлгән.
Артабан «Урыҫ Викияңылыҡтары сайтында күп телле яҙмалар» темаһы менән Семён Красоткин дауам итте, былтыр төҙөлгән Күптеллелек проекты тураһында һөйләне.
Тәнәфестән һуң «Удмурт Википедияһы тәжрибәһе» сығышын Елена Рябина уҡыны. 2016 йылда проектта 108 977 үҙгәртеү яһалған.
Skype ярҙамында НП «Викимедиа РУ» ағзаһы һәм Викимедиа проектары глобаль хакимы Павел Каганер менән һөйләшеү үтте, ул «Википедияның кесе бүлектәре мәсьәләләре«Н әйтеп китте.
Каарел Вайдла «Фин-уғыр хеҙмәттәшлегенең киләсәге«Н яҡтыртты.
Был көндө аҙаҡҡы «Карелияла топонимик тикшеренеүҙәр» сығышы менән Екатерина Захарова һүҙ тотто. Ул тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен һәм һөҙөмтәләрен күрһәтте, республиканың билдәле географик атамаларҙың этимологияһын тәҡдим итте.
Көн вики-квест менән тамаланды: һәр береһе үҙ тәьҫораттары һәм теләктәре тураһында әйтте.
Өсөнсө көн
правитьКижи утрауына экскурсия үткәрелде. Тәүҙә автобус ҡатнашыусыларҙы Кондопогаға алып килде. Унан аквабуста «Кижи» музей-ҡурсаулығына юл тоттолар. Утрауҙа ҡунаҡтарға бөтә донъяға билдәле архитектура ансамбле пәйҙә булды: ике сиркәү һәм XVIII—XIX быуаттарҙағы сиркәү манараһы бер ҡойма менән кәртәләнгән. Экскурсия тамамланғас, ҡатнашыусылар үҙ аллы утрауҙы ҡарап сыҡты, унан причалға килеп, Кондопогаға, унан Петрозаводск ҡалаһына киттеләр. Бынан һуң ҡунаҡтар ҡайтыр юлға таралышты.
-
Автобус
-
Причал
-
Аквабус
-
Кондопогала Владимир Ленинға һәйкәл
Һөҙөмтәләр
правитьДөйөм алғанда, ҡатнашыусылар ҡәнәғәт ҡалды. Википедияла ҡатнашмаған ҡунаҡтар Викимедианың башҡа проектары тураһында белде һәм вики-проектар уларҙың маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙамсы буласағына инанды. Яңы википедистар Мәғлүмәт тураһында белде.
Тәҡдимдәр араһында төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштороу; фин-уғыр тематикаһына «Төҙөүгә», «Тәржемә итергә», «Эшләп бөтөргә», «Яҡшыртылыуға» исемлектәрен төҙөү; милли телдәрҙә Викияңылыҡтарҙа яҙмалар сығарыу; милли Википедияларҙа конкурстар ойоштороу; семинар алдынан һорау алыу; халыҡ-ара фин-уғыр коллаборацияһы өсөн координатор табыу; ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мастер-кластар ойоштороу; буласаҡ саралар тураһында хәбәр итеү өсөн төркөмдәр исемлеген төҙөү; Каталан Википедияһы тәжрибәһен өйрәнеү һ.б.
Сара тамамланыу менән Русские Викиновости «Викимедиа РУ» директоры Владимира Медейконан семинар файҙаһы тураһында һорашты.
Владимир Владимирович:
Фин-уғыр семинары Рәсәй телдәрендәге Викимедианың башҡа прооектары өсөн этәргес көс була ала.
Википедияның удмурт телендәге бүлеген айырып үтер кәрәк: семинар өсөн Content Translation эшләй башланы, Яндекста автоматик тәржемәсе эщләй (тәржемәне еңеләйтә алған ҡорал). Нәҡ удмурт теле өсөн кириллицаны ҙурайтыу, уны хәл итеү юлы табылды. Быйылғы сентәбрҙә Ижевскта семинар үткәрергә ҡарар ителде. Бында Википедияның тик удмурт телендәге бүлеге тураһында һүҙ бара. Бында шулай уҡ башҡа тел бүлектәре вәкилдәре ҡатнашты. Барыһын да әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Иң мөһиме — семинарҙа ҡабынған импульстар артабан да дауамлы булһын. |
Предыдущая новость: В Петрозаводске пройдёт Финно-угорский вики-семинар |
Һылтанмалар
правитьИҫкәрмәләр
править
Зинһар, Викияңылыҡтар порталында аралашыу ҡәғиҙәләрен уҡығыҙ
Мәҡәлә буйынса етешһеҙлекте хәбәр итергә булһағыҙ (мәҫәлән, хата йәки башҡа етешһеҙлектәр), фекер алышыу битен файҙаланығыҙ.
Был биттәге фекерҙәр урталыҡ сәйәсәтенә тап килмәһә лә, теманан ситкә китмәгеҙ, иреш-талашҡа, башҡаларҙы кәмһетеүгә юл ҡуймағыҙ. Уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ, кәңәш булырҙай тәҡдимдәр яҙырға тырышығыҙ. Фекер алышыуға, дуҫтарса аралашыуға ҡоролған әңгәмә өсөн булһын был осрашыу урыны. Ошо турала уйланығыҙ, зинһар өсөн.
Фекер яҙыу өсөн бер нисә кәңәш:
- Яңы тема асыу өсөн аҫҡы юлдарҙы файҙаланығыҙ.
- Яңы тема өсөн юл башында йондоҙ билдәһен «*» ҡулланығыҙ. Артабан үҙегеҙ әйтергә теләгән фекерҙе яҙығыҙ.
- Яуап биреү өсөн юл башында алда торған фекерҙәге йондоҙҙарға тағы берәүҙе өҫтәп яҙа башлар кәрәк.
- Үҙегеҙҙең хәбәргә дүрт тулҡын файҙаланып (~~~~) ҡул ҡуйып барығыҙ. Ҡабаттан ҡарау һәм һаҡлау мәлендә улар һеҙҙең исемде һәм датаны үҙаллы күрһәтәсәк.
Иғтибар итегеҙ, мәҡәләләге темаға тап килмәгән яҙмаларҙы фекер алышыуҙа ҡатнашҡан һәр кем йәшерә, йәки юйып ташлай ала.
- Киләһе семинар Ижевск ҡалаһында булырға тейеш, сентябрь һуңында. Йылға аръяғында ғына, күмәкләп барып килергә ине. --Рөстәм Нурыев (обсуждение) 09:39, 15 мая 2016 (UTC)