Эрзә википедистары Рәсәйҙә икенсе Викимедиа юзер-төркөмө төҙөнө
6 март, 2017
category = Баҫтырылған category = Эрзә теле notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory=Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created
</dynamicpagelist><dynamicpagelist>category = Баҫтырылған category = Андрей Петров (1980) notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created
</dynamicpagelist><dynamicpagelist>category = Баҫтырылған category = Викимедиа notcategory = Баҫтырмаҫҡа notcategory = Викияңылыҡтар ҡыҫҡаса count = 5 stablepages = only suppresserrors = true namespace = Main addfirstcategorydate = true ordermethod = created </dynamicpagelist>
Был мәҡәләлә Викимедиа Фонды, уға ҡағылышлы ниндәйҙер проект йәки шәхестәр телгә алына. Викияңылыҡтар — Викимедиа Фондының бер проекты булған Викиновости эсендәге башҡорт теле бүлеге. |
Wikimedia Foundation халыҡ-ара фонды «Эрзә телендә яҙыусы викимедиасылар» (англ. Wikimedians of Erzya language User Group) юзер-төркөмөнөң төҙөлөүен раҫланы. Ул Википедияны һәм Викимедианың башҡа проекттарын эрзә телендә үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Бындай хеҙмәттәшлек Викимедиа проекттарының төрлө бүлексәләренә, хоҡуҡи шәхесте барлыҡҡа килтермәйенсә, дөйөм эш алып барырға мөмкинселек бирә.
Викимедиа йүнәлешенең ғәҙәти төрө итеп ирекле төбәк ойошмалар — хоҡуҡи шәхестәр һанала, улар шулай уҡ «чаптер» тип атала. Рәсәйҙәге «чаптер» – коммерцияға ҡарамаған «Викимедиа РУ» ойошмаһы 2008 йылда барлыҡҡа килә. Эшмәкәрлегенең маҡсаты — Рәсәй Федерацияһы территорияһында ирекле мәғлүмәттең таратылыуына булышлыҡ итеү, Рәсәйҙә ойошма мораттарына ярашлы проекттарға ярҙам итеү (мәҫәлән, уларҙы Дәүләт Думаһында яҡлау).
Вики-проекттар үҫешкән ваҡытта кешеләргә бәйле юзер-төркөмдө төҙөү һәм эшен алып барыу ҡулайыраҡ, шулай уҡ күпселек мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә уңайлыраҡ икәне асыҡланды. Шулай итеп, фекерҙәш викимедиасыларҙы берләштереү һәм ойоштороу өсөн тап килеүе билдәләнде.
Тәү сиратта юзер-төркөмдәр Викимедианың ҙур булмаған ойошмаларына кәрәкле булып сыҡты — мәҫәлән, Рәсәй телдәрендәге Википедия бүлектәренә. Бындай бүлектәр һаны хәҙерге көнгә ҡырҡттан ашты.
2015 йылда Рәсәйҙә тәүге юзер-төркөм «Башҡортостан викимедиасылары» (UG BAK) барлыҡҡа килде, ул төп маҡсаты итеп башҡорт телендәге Википедия һәм башҡа проекттарҙың үҫешен ҡуйған. Шул арҡала новаторлыҡ эксперимент формаһында Викияңылыҡтарҙың башҡорт бүлеге асылды. UG BAK «Викимедиа РУ» һәм башҡа төбәк чаптерҙар һәм төркөмдәр менән эшләй. Башҡорт делегацияһы электән үк һәр Рәсәй вики-конференцияһында сығыш яһай. 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында тәүге айырым «Вики-Һабантуй» башҡорт вики-конференцияһы (башҡорт һәм рус йүнәлештәре эшләне) үтте. Башҡорт викимедиасылары оло йәштәге ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеп, уларҙы шаяртып «вики-өләсәйҙәр» тип атай.
Эрзә викимедиасылары юзер-төркөмө (UG EZY) — Рәсәйҙә шундай төрҙәге икенсе ойошма, эрзәләр телендәге вики-проекттарҙы үҫтереү өсөн төҙөлгән. Эрзә Википедияһы (Эрзянь Википедия) — 2008 йылда барлыҡҡа килгән, үҫешкәндәр рәтендә бара. 2016 йылда Викияңылыҡтарҙың эрзә бүлеге асылды.
Юзер-төркөмдө теркәү процедураһы 2016 йыл аҙағында үтте, фекерләшеү һәм тауыш биреүҙәр уҙғарылды, тейешле шарттар үтәлде: минималь үҙгәртеүҙәр, ҡатнашыусылар һаны, эрзә телендәге Викимедиа фонды проекттарының үҫеше буйынса маҡсаттар ҡуйылды һәм мәсьәләләр билдәләнде. Был турала Эрзә Википедияһы хакимы Андрей Петров хәбәр итте:
Төркөмдөң ыңғай үҫеше ҡанатландырҙы! Ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтемде нәҡ «Башҡортостан викимедиасылары» юзер-төркөмөнә еткергем килә. Беҙ ҙә башҡорт «вики-өләсәйҙәренә» ҡунаҡҡа эрзә «вики-олатайҙарының» йәки күрше «вики-өләсәйҙәренең» барыуын теләйбеҙ... Шаяртыуҙан тыш, юзер-төркөмдөң ойошторолоуы һәм башҡорт телендә ирекле мәғлүмәт идеяларын әүҙем таратыуы оҡшаны. |
Рәсәйҙә шулай уҡ Википедияның башҡа тел бүлектәре лә әүҙем эшләй. Улар араһында удмурт (шулай уҡ удмурт викияңылыҡтарын ҡарағыҙ), марый, яҡут (саха викияңылыҡтары), татар (викияңылыҡтар) һәм башҡалар.
Ғөмүмән әйткәндә, викимедиасылар төрлө йүнәлештәр буйынса берләшә ала — мәҫәлән, гел дә фин-уғыр телдәрендә (эрзә теле лә ҡарай) саралар үтә, 2016 йылда Ижевскта уҙғарылған Урал вики-семинары ла, шул уҡ ваҡытта башланған «Вики-Урал» конкурсы ла Урал темаһына бәйле. Хәҙерге ваҡытта Йошкар-Олала марый википедистарының «Вики-пайрем» вики-конференцияһына әҙерлек бара.
Википедияның төп принциптарының береһенә ярашлы, өҫтә аталған сараларҙа һәм ойошмаларҙа ҡатнашыу википедистарға бер ниндәй ҙә формаль өҫтөнлөк бирмәй, бар ҡатнашыусылар ҙа мөхәррирләү ваҡытында тиң һәм эске ҡағиҙәләрҙәге шарттарҙы үтәргә бурыслы. Әммә Викимедианың төбәк һәм тематик ойошмалары википедистарға аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға, яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә һәм өйрәтергә мөмкинселек бирә — Википедия тел мәҙәниәтен һаҡлап, үҫтерергә булышлыҡ итә. Рәсәй телдәрендә һөйләшеүселәр өсөн был бик мөһим.
См. также: Туристическому путеводителю по финно-угорскому миру — быть! |
Сығанаҡтар
править
Зинһар, Викияңылыҡтар порталында аралашыу ҡәғиҙәләрен уҡығыҙ
Мәҡәлә буйынса етешһеҙлекте хәбәр итергә булһағыҙ (мәҫәлән, хата йәки башҡа етешһеҙлектәр), фекер алышыу битен файҙаланығыҙ.
Был биттәге фекерҙәр урталыҡ сәйәсәтенә тап килмәһә лә, теманан ситкә китмәгеҙ, иреш-талашҡа, башҡаларҙы кәмһетеүгә юл ҡуймағыҙ. Уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ, кәңәш булырҙай тәҡдимдәр яҙырға тырышығыҙ. Фекер алышыуға, дуҫтарса аралашыуға ҡоролған әңгәмә өсөн булһын был осрашыу урыны. Ошо турала уйланығыҙ, зинһар өсөн.
Фекер яҙыу өсөн бер нисә кәңәш:
- Яңы тема асыу өсөн аҫҡы юлдарҙы файҙаланығыҙ.
- Яңы тема өсөн юл башында йондоҙ билдәһен «*» ҡулланығыҙ. Артабан үҙегеҙ әйтергә теләгән фекерҙе яҙығыҙ.
- Яуап биреү өсөн юл башында алда торған фекерҙәге йондоҙҙарға тағы берәүҙе өҫтәп яҙа башлар кәрәк.
- Үҙегеҙҙең хәбәргә дүрт тулҡын файҙаланып (~~~~) ҡул ҡуйып барығыҙ. Ҡабаттан ҡарау һәм һаҡлау мәлендә улар һеҙҙең исемде һәм датаны үҙаллы күрһәтәсәк.
Иғтибар итегеҙ, мәҡәләләге темаға тап килмәгән яҙмаларҙы фекер алышыуҙа ҡатнашҡан һәр кем йәшерә, йәки юйып ташлай ала.